Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Булдыҡлының эше уң

Борай ауылында ғүмер итеүсе Хәлил Минһажевтың исеме райондаштарға яҡшы таныш. 

Булдыҡлының эше уң
Булдыҡлының эше уң

Ул яуаплы вазифа алып барыуы менән бер рәттән әүҙем, сәләмәт тормошто пропагандалауы менән дә өлгө булып тора. Эскерһеҙлеге, күңел матурлығы йөҙөнә сыҡҡан. Һис ҡасан зарланмаҫ, тормошҡа позитив ҡараш менән йәшәй Хәлил Ислам улы.

Районыбыҙҙың Шүнәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа Хәлил Минһажев. Ауылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, яҡшы билдәләргә генә уҡып, ҡулына агроном дипломы алып сыға. Юллама буйынса районға ҡайта. Йәш белгесте Мәғдән исемендәге колхозға агроном итеп билдәләйҙәр. Бында ул йәш белгестән үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле һөнәр оҫтаһына әүерелә. Ул йылдарҙа әлеге ауыл хужалығы предприятиеһы районда иң уңышлы һәм тотороҡло эшләүе менән айырылып тора. Бирелә үҫемлекселек буйынса эш хужалыҡҡа яҡшы табыш алып килерлек итеп яйға һалына. Ә агроном өсөн был осорҙа ял да, байрам да юҡ. Дөрөҫөрәге, бары тик бер төп байрам — Һабантуй ғына билдәләп үтелә, унда һәр йылда игенселәр менән бер рәттән уның хеҙмәте лә юғары баһалана.
— Колхоз практикаһы миңә ҙур тәжрибә бирҙе, — тип һөйләй Хәлил Ислам улы. — Иң мөһиме, игенселектә уңыш нигеҙенең беренсе ҡарашҡа ваҡ-төйәк булып күренгән нәмәләргә бәйле булыуын аңланым. Бында барыһы ла мөһим — орлоҡтар ҙа, ер эшкәртеү алымдары ла.
2019 йылда Хәлил Минһажевты ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идараһына күсерәләр. Уға райондың үҫемлекселек тармағы яҙмышын ышанып тапшыралар. Уны юҡҡа ғына һайлап алмайҙар: Хәлил Ислам улы үҙ эшен бөтә нескәлектәренә тиклем яҡшы белә, практикала тәжрибәһе ҙур һәм үҙ һөнәренә ғашиҡ һәм тоғро була. Иң элек баш агроном, ә йылдар уҙғас игенселек буйынса консультант, механик, Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры вазифаларын намыҫ менән башҡарған Хәлил Ислам улы үҙенә ышанысты һөҙөмтәле эше менән аҡлай.
Ауыл хужалығы тармағы төрлө осорҙар кисерә, уның нигеҙе — игенселек, әммә Хәлил Минһажев етәкселегендә район игенселәре үҙ эшен намыҫлы башҡара һәм киләсәккә өмөт менән ҡарай. Бар эштәре лә уңышлы килеп сыға. Өс тиҫтәнән артыҡ ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған белгес:
— Минең өсөн хеҙмәт һәр ваҡыт беренсе урында булды, — ти. — Унан һуң ғына ғаилә, йорт, хужалыҡ. Беҙ, совет осоронда үҫкән балалар, нәҡ бына шундай тәрбиә алдыҡ.
Хәлил Ислам улы эшендә генә түгел өйөндә лә өлгө булырлыҡ тормош иптәше һәм атай. Хәләл ефете Гөлсәсәк Фәнис ҡыҙы менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ҙа атайҙары кеүек күңелдәренә яҡын һөнәрҙәр һайлаған.
Хәлил Ислам улының спорт менән ныҡлап шөғөлләнергә ваҡыты етмәһә лә, ул сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, дөрөҫ туҡлана, тәмәке тартмай. Шулай уҡ район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, һайлау комиссияһы ағзаһы ла.
Өҫтәп шуны ла әйтке килә, Хәлил Ислам улы динде үҙ иткән кеше. Көн дә намаҙ уҡый, мәсеткә йөрөй. Әле Рамаҙан айында ураҙа тота.
Кешелекте борсоған етди мәсьәләләрҙең береһе — сәләмәт йәшәү рәүеше проблемаһы. Эйе, сәләмәтлек — кешенең иң ҙур байлығы. Уны бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Юғалған һаулыҡты ҡайтарыуы ифрат ауыр. Көслө, етеҙ, түҙем, эшкә һәләтле булыу өсөн даими рәүештә физик эш, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт туҡланырға кәрәк. Хәлил Ислам улы был ҡағиҙәләрҙе белеп, үтәп йәшәй.

Лира ЮРАСОВА.

Булдыҡлының эше уң
Булдыҡлының эше уң
Автор:
Читайте нас: