Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ә һез беләһегеҙме был кәңәштәрҙе?

*Аяк кейемен тиҙерәк киптереү өсөн табала тоҙ йылытығыҙ һәм уны ойоҡбашҡа тултырып, аяҡ кейеме эсенә тығып ҡуйығыҙ.


*Һөт тиҙерәк ҡайнаһын өсөн, уға бер семтем шәкәр һалығыҙ.

*Аш бүлмәһендәге еҫте бөтөрөү өсөн, табаға бер аш ҡашығы аш һеркәһе һалығыҙ ҙа парға әйләнеп бөткәнсе, утта тотоғоҙ.

*Башығыҙ ауыртҡанда, маңлайығыҙға лимон киҫәге ышҡығыҙ.

*Быяла ватылһа, уның ваҡтарын пластилин ярҙамында йыйығыҙ.

*Һыуытҡыста һакланған помидорҙың тәме үҙгәрә. Уны бер рәт итеп кенә таратып, йәки ҡағыҙ пакетҡа һалып, бүлмә температураһында тотарға кәрәк.
*Шиңгән йәшелсәләрҙе (үләндәрҙе) алдан ҡайнар, шунан һалҡын һыуға тығып алып “терелтергә” була.

 

Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр

Автор:
Читайте нас: