Бөтә яңылыҡтар

Быйылғы Рамаҙанда ниҙәрҙе белергә кәрәк?

Зәҡәт, фытыр саҙаҡаһы, фидиә күләме билдәләнде.

Быйылғы Рамаҙанда ниҙәрҙе белергә кәрәк?
Быйылғы Рамаҙанда ниҙәрҙе белергә кәрәк?

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы Рамаҙанда фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең, нисәптең күләме тураһында ҡарар ҡабул итте.

Рамаҙандың башланыу көнө - 10 март ҡояш байығас
Ураҙа тотоуҙың тәүге көнө - 11 март
Оҙайлығы - 30 көн
Ураҙаның һуңғы көнө - 9 апрель

Тәүге тәрәүих 10 мартта йәстү намаҙынан һуң уҡыла
Зәҡәт өсөн нисәп – 495 000 һум (алтын хаҡы буйынса)
Фытыр саҙаҡаһын түләү өсөн нисәп – 43 000 һум (көмөш хаҡы буйынса)
Фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һум

Фидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа)

Ураҙа байрамы – 10 апрель.

Рамаҙанды бергәләп үткәрергә насип итһен, иншаллаһ!

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас: