"Һөй, мосолман, байрамыңды - Аллаһ яҡлар!" - тигән бөйөк Шәйехзада Бабич үҙенең бер шиғырында. Быйыл мөһим дини даталар ҡайһы көндәргә тура килә?
* 11 март. Изге Рамаҙан башлана.
Исламдың биш терәгенең береһе булған ураҙа ғибәҙәте ошо айҙа ҡылына. Ул – һәр мосолман өсөн фарыз (һаулығы буйынса сикләүҙәр булмаһа) ғәмәл, шулай уҡ әжер-сауаптарға өлгәшеү өсөн оло форсат.
* 31 март – 9 апрель – Рамаҙан айының һуңғы ун көнө.
Был осорҙа Ҡәҙер кисе бар. Хәҙистәргә ярашлы, уны таҡ төндәрҙә көтөргә кәрәк, тимәк, Рамаҙандың 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы көндәрен ғибәҙәттәр ҡылып үткәрергә тырышыу фарыз.
* 10 апрель – Ураҙа ғәйете.
Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан оло байрам. Был көндө ауыл-ҡалаларҙа ғәйет намаҙҙары уҡыла, мосолмандар Аллаһты йышыраҡ иҫкә ала, данлай, шулай уҡ бер-береһе, туғандары менән ҡунаҡ булыша, ҡотлаша.
* 15 июнь – Ғәрәфә көнө.
Зөлхизә айының 9-сы көнөндә төрлө ҡитғаларҙан, йөҙәрләгән илдән хаж ғибәҙәтен үтәү ниәте менән йыйылған миллиондарса хажи Ғәрәфә тауында доға, истиғфар һәм намаҙ ҡыла. Был мөбәрәк көндө ураҙа тотоп үткәреү хуплана.
* 16 июнь – Ҡорбан ғәйете.
Зөлхизә айының 10-сы көнө – ҙур байрам. Ҡорбанға тәғәйенләнгән малды боғаҙлау ғәйет намаҙынан һуң башлана һәм өс көн дауам итә. Мосолмандар Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан сала, ҡунаҡҡа саҡырыша, иттең өстән бер өлөшөн мохтаждарға тарата. Һәр ерҙә: “Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләллаһу үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд”, – тип тәкбир әйтелә.
* 16 июль – Ғәшүрә көнө.
Мөхәррәм айының 10-сы көнөн ураҙа менән үткәреү хуп күрелә. Бер хәҙистә әйтелеүенсә, Ғәшүрә көнөнөң уртаһында Мөхәммәт пәйғәмбәр ансарҙар йәшәгән ауылға кеше ебәргән һәм шуны әйтергә ҡушҡан: “Кем бөгөн ураҙала түгел, шул ҡояш байығансы ашау-эсеүҙән туҡтаһын, ә кем иртәнән бирле ураҙа тота, шул дауам итһен”.
Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек сауап алыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам”, – тигән.
Дини байрамдарыбыҙҙы матур итеп, именлектә үткәрергә насип итһен!
Автор:Дилбәр Ишморатова