Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
7 Октябрь 2023, 10:00

Теләк теләү сере

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Теләк теләү, доға уҡыу – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер ҡылыу үҙе бер матур ғибәҙәт. Шулай уҡ оло сауаптарға өлгәшеү юлы ла.


Динде башлап өйрәнеүселәргә доға ҡылыу миҫалы
Эй, Раббым, Аллам! Һин – ғәләмдәр Раббыһы. Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ Һиңә! Һин ғәфү итеүсе! Һин – мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхимлек, миһырбанлыҡтың Үҙе.
Аллаҡайым! Ошо көнгә хәтлем миңә, туғандарыма, халҡыма, барлыҡ мосолмандарға биргән бәрәкәтең, киң ризығың, сикһеҙ ниғмәттәрең, һаулыҡ, белем, юғары дәрәжәләр биргәнең, тыныслыҡта, матур тәбиғәттә йәшәткәнең өсөн Һиңә сикһеҙ шөкөр әйтәбеҙ. Ошо биргән бәрәкәттәреңдән киләсәктә лә беҙҙе айырма!

Минең, атай-әсәйемдең, туғандарымдың белеп һәм белмәй, йәшерен эшләгән гонаһтарыбыҙҙы, зинһар, ғәфү ит! Мәрхүм булған мөьмин ата-бабаларымдың, нәҫел-нәсәбемдең, халҡымдың һәм бөтә мосолмандарҙың гонаһтарын ғәфү әйлә.
Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

Сығанаҡ: "Үткәрмә Йәсин" төркөмө. 

Автор:
Читайте нас: