Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
6 Август 2023, 12:00

Асыу килһә, ошо доғаны уҡығыҙ

Һаҡлап ҡуйығыҙ. 

Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға

Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә.

Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр.

Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда уҡыла торған доға

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам.

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.

Асыу килгәндә уҡый торған доға
Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.

Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау
Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.

Сығанаҡ һәм фото: "Үткәрмә Йәсин" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-08-06/asyu-kil-osho-do-any-u-y-y-3374206
Автор:
Читайте нас: