Баҡтиһәң, ул күптән түгел Сәғүд Ғәрәбстанына барып, Үмрә хаж ғәмәлен ҡыла. Бөгөн, изге Ғәшүрә көнөндә, журналистар менән әңгәмәлә Хәләф Хәтип улы ошо изге сәфәре хаҡында һөйләне, тәьҫораттары менән бүлеште.
— Минең олатайым Ниғмәтулла Вәлиуллин бик уҡымышлы кеше ине, ауылда имам булды, 93 йәшенә тиклем ғүмер итеп, донъя ҡуйҙы. Уның доғалар уҡып йөрөгәнен әле лә хәтерләйем. Әсәйем дә ислам дине ҡанундары буйынса күркәм тәрбиә алып, ғилемле була. “Һиңә, улым, хаж ҡылырға насип булһын”, — тип аманат әйтеп ҡалдырғайны әсәйем. Мин шул һүҙҙәрҙе гел йөрәгемдә йөрөттөм. Ниһайәт, хаҡлы ялға сыҡҡас, миңә лә ислам дине ҡанундарын өйрәнеп, күңелемде иман нурҙары менән байытып йәшәргә насип булды. Әле мин мәҙрәсәлә ғилем алам. Шуныһына ла ҡыуанам, Ислам динендәге һәр мосолманға фарыз ғәмәлдәрҙең береһе — хаж ҡылыу бәхетенә лә ирештем. Декабрь аҙағында Үмрә ҡылдым — Мәккәгә барып, доғалар ҡылып, ундағы хозурлыҡты күреп, зәм-зәм һыуын да эсеп ҡайтырға насип булды. Әсәйемдең аманатын үтәй алыуым менән бәхетлемен, — тип һөйләне ҡәнәғәтлек менән Хәләф Хәтип улы.
Редакция хеҙмәткәрҙәре менән хушлашып, изге теләктәрен еткереп, Хәләф Хәтип улы тыуған ауылы Иҫке Ҡаҙансыға юлланды.
Наилә Имаева.