Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
25 Июнь 2023, 11:07

Ҡорбан ғәйете тәртибе

Изге байрамға күп ҡалманы. 

Ҡорбан ғәйете тәртибе
Ҡорбан ғәйете тәртибе

Ҡорбан ғәйете - бөтә мосолман донъяһы өсөн ҙур байрам. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, йыл һайын Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Быйыл ул 28 июнгә тура килә.

Был көндә ҡорбан салып, беҙ Раббыбыҙға яҡынлығыбыҙҙы тағы бер иҫбатлайбыҙ. Уның ите лә, һөйәге лә, майы ла, йәне лә Аллаһы Тәғәләгә ирешмәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. үҙенең хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләгә күңелдәрегеҙҙәге иманығыҙ, ихласлығығыҙ ирешә. Аллаһ ризалығы өсөн салынған ҡорбан ҡанының беренсе тамсыһы ергә төшкәнсе, Аллаһ шул кешенең гөнаһтарын ярлыҡар», - ти. Мөмкинлектәре булған һәр ғаилә, хужа үҙе һәм ғаиләһе исеменән Аллаһты ҙурлап ҡорбан сала. Мосолмандар бер-береһен ҡотлай, ҡорбан табындарына саҡыра. Ғаилә ағзаларына, туғандарына, балаларына бүләктәр өләшә.

Ҡорбанды фәҡәт Аллаһ хаҡы өсөн генә салалар. Һарыҡ-кәзә берәр кеше исеменән булһа, һыйыр малы ете кеше йәки ғаилә исеменән һуйылырға мөмкин. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт, теүәл ағзалы булырға тейеш. Һарыҡ - 8-9 айлыҡ, кәзә малы - 1, һыйыр - 2, дөйә 5 йәшлек булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы буйынса, әгәр ҙә 40 һарығың йә менге атың булһа - вәжиб, малың булмаһа ла, теләгең көслө икән, салған ҡорбаның сөннәт ҡорбаны тип атала. Ә инде мөмкинлегең булып та, ҡорбан салмаһаң, был гонаһ һанала.

Ҡорбан итенең өстән бер өлөшөн саҙаҡа ҡылырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡорбан ғәйетен, был мөбәрәк көндә уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, ғибәҙәттәрҙе, ғәмәлдәрҙе һәм салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен!

Фото: minnac-kchr.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-06-25/orban-yete-t-rtibe-3313296
Ҡорбан ғәйете тәртибе
Ҡорбан ғәйете тәртибе
Автор:
Читайте нас: