Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
25 Март 2023, 10:00

Сәхәрҙә, ифтарҙа ниндәй ризыҡтар ашарға?

Шөкөр, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар күбәйә бара. Шулай ҙа тәү башлап ураҙа тотоусылар төрлө һорауҙар менән осрашып тора.    

Сәхәрҙә, ифтарҙа ниндәй ризыҡтар ашарға?
Сәхәрҙә, ифтарҙа ниндәй ризыҡтар ашарға?

Донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айы башланды. Шөкөр, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар күбәйә бара. Шулай ҙа тәү башлап ураҙа тотоусылар төрлө һорауҙар менән осрашып тора. Мәҫәлән, сәхәрҙә нимә ашау файҙалы? Ифтарға ниндәй ризыҡтар әҙерләргә?

Сәхәрҙә бутҡа ашау файҙалы, шулай уҡ өҫтәлдә йәшелсә, еләк-емеш кеүек үҫемлек аҙыҡтары булырға тейеш. Мәҫәлән, һоло, бойҙай, арпа кеүек бутҡалар бик туҡлыҡлы һәм оҙаҡ асыҡтырмай. Финик емешен ашарға кәңәш итәләр. Ул шәкәргә, эре күҙәнәкле туҡымаға (клетчатка), углеводтарға, калий һәм магнийға бай. Баҙам сәтләүеге (миндаль) организмды протеин һәм файҙалы майҙар менән тулыландыра. Шулай уҡ банан да бик файҙалы. Ул йөрәккә көс бирә.

Ифтарҙа, ғәҙәттә, таҙа һыу менән ауыҙ асабыҙ. Бер нисә бөртөк финик емеше, йөҙөм ҡабырға мөмкин, улар ҡанда көнө буйы етмәгән шәкәр кимәлен арттыра. Ҡайһы берәүҙәр һыу менән ҡушып бер семтем генә тоҙ ҡаба. Шунан һуң ифтар доғаһын уҡырға кәрәк. Киске ашҡа артыҡ майлы, ныҡ тоҙло булмаған аҙыҡ кәңәш ителә. Аҡ ондан бешерелгән ризыҡтарҙы күп ашарға ярамай - ул ашҡаҙанға йәбешә һәм эс ауырта. Итле, йәшелсә ҡушылған, ярмаларҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар рөхсәт ителә. Әгәр ҙә балыҡ ашаһағыҙ, йәки ҡәһүә эсһәгеҙ – сәхәргә тиклем етерлек кимәлдә һыу эсергә тырышығыҙ, сөнки был ризыҡтар ныҡ һыуһата.

Һис шикһеҙ, ураҙа ваҡытында организм токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙара. Әммә уны ябығыу өсөн генә тоторға ярамай. Ураҙаны беҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыу һәм сауаптарға өлгәшеү өсөн тотабыҙ. Шундай ниәт менән тотмаһаң, ураҙа буш асығыуға тороп ҡала. Ураҙаларыбыҙҙы имен-һау тотоп, Аллаһ рәхмәтенә һәм сауаптарға ирешергә яҙһын, сәләмәтлек бирһен.

Барығыҙға изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр, ураҙаны еңеллек менән тоторға яҙһын, тип теләйбеҙ.

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.  

Фото: vk.com/bashkortvk

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-03-24/s-h-r-iftar-a-nind-y-rizy-tar-ashar-a-3189404
Сәхәрҙә, ифтарҙа ниндәй ризыҡтар ашарға?
Сәхәрҙә, ифтарҙа ниндәй ризыҡтар ашарға?
Автор:
Читайте нас: