Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
23 Март 2023, 10:28

Ураҙа тотоусыға кәңәш

Ураҙаны еңел тотам , сөнки... Был апайҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Ураҙа тотоусыға кәңәш
Ураҙа тотоусыға кәңәш

Байтаҡ йылдар рамаҙан айынның бәрәкәтен үреп, фарыз ғәмәлемде еренә еткереп үтәргә тырышам. Уҙған йылды ураҙаны ғаиләм менән айырыуса еңеллек, күңел күтәреңкелеге менән тоттоҡ. Был еңеллектең сәбәбе – ауыҙ асҡанда һәм сәхәр алдынан тейешле күләмдә һыу эсеү булды. Был кәңәште оҙаҡ йылдар ураҙа тотҡан бер ханым ебәргән ине.

«Мин күп йылдар ураҙа тотам, –тип һөйләй ул, – һуңғы ваҡытта был ғибәҙәтте ҡылғанда бер нәмәгә иғтибар иттем. Беҙ ураҙа ваҡытында  һыуҙы тейешле күләмдә эсмәйбеҙ. Баш ауыртыу һыу етмәгәнлектән килә икән.  Ауыҙ асҡанда 3–5 хөрмә финик ашайым да, 750 – 800 мл йылымса  һыу эсәм. Доға ҡылғандан һуң намаҙ уҡыйым. Шул ваҡыт эсендә әлеге һыу бөтә күҙәнәктәргә, тамырҙарға тарала. Унан һуң ашағы ла килмәй. Тәрәүих намаҙында ла яныма һыу ҡуям, дүрт рәҡәғәт һайын яртышар стакан һыу эсәм. Иртә менән торғас та тағы ярты литр һыу эсеп ҡуям. Ул да бөтә тәнде туйындыра. Һуңынан сәхәр ашайым».

Һеҙгә лә был алымдың бәрәкәтен күрергә насип булһын.

Мөьминә ЯҠУПОВА.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек
Ураҙа тотоусыға кәңәш
Ураҙа тотоусыға кәңәш
Автор:
Читайте нас: