4. Изге эштәр башҡарыу;
5. Изгелек ҡылыуҙа даимилыҡ;
6. Аллаһты зикер итеү, Уны телең, йөрәгең, ғәмәлдәрең һәм бөтә булмышың менән иҫтә тотоу;
7. Ҡөрьәнде фекерләп уҡыу, аяттарҙың мәғәнәләренә төшөнөү;
8. Аллаһ яратҡан нәмәләрҙе нәфсе теләктәренән өҫтөнөрәк ҡуйыу;
9. Аллаһтың исем-сифаттарын өйрәнеү;
10. Аллаһтың асыҡ та, йәшерен дә булған изгелеге, рәхимлелеге һәм ниғмәттәре тураһында фекерләү;
11. Аллаһҡа ихлас итәғәт итеү;
12. Төн аҙағында, бүтәндәр күрмәгәндә, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу (намаҙ ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу, Аллаһҡа доғалар менән ялбарыу);
13. Аллаһ рәсүленең (ﷺ) юлынан барыу;
14. Аллаһ рәсүлен (ﷺ) яратыу;
15. Дин ҡәрҙәштәреңде хөрмәт итеү, улар өсөн доға ҡылыу;
16. Туғанлыҡ ептәрен нығытыу, бигерәк тә ата-әсәне хөрмәт итеү;
17. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына барып баҫыуға һәр саҡ әҙер булыу, Уның алдындағы бөтә фарыз ғәмәлдәрҙе һәм кешеләр алдындағы бурыстарыңды үтәү;
18. Дәғүәт ҡылыу, өгөт-нәсихәт биреү.
Әгәр Аллаһ Тәғәлә берәй бәндәһен яратһа, фәрештәләр һәм Ер әһелдәре лә уны ярата башлай. Аллаһтың һөйөклө бәндәһе гел Уның яҡлауы аҫтында йөрөй. Аллаһ уның доғаларын ҡабул итә һәм теләктәрен үтәй, уны тура юлдан тайпылдырмай. Кеше күңел тыныслығы кисерә, ғаиләһе һәм мал-мөлкәте өсөн хәүефләнеүҙән арына, барына шөкөр итә.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com