Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
6 Март 2023, 09:29

Бөгөн – Бәраәт кисе

Бөгөнгө изге төндө доғала үткәрегеҙ!    

Бөгөн – Бәраәт кисе
Бөгөн – Бәраәт кисе

 Шағбан айының 15-се көнө алдынан мосолмандар үҙҙәре өсөн һәм әруахтар рухына бағышлап, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау доғалары уҡып үткәрә,  «Йәсин” сүрәһен уҡып, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала.

Аллаһы Тәғәлә йылына бер мәртәбә, тап ошо төндә, Түбәнге күккә төшә һәм ҡолдарының доғаларын тыңлай. Ярлыҡау һорағандарҙы һәм гонаһтарын юйғандарҙы ғәфү итә, диндарҙарҙың иң лайыҡлыларына алдағы йылға бәхет һәм бәрәкәт бирә.

«Бәраәт кисе - изгелектәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән бер бүләк», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр. Бөтә бәндәләрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең, алдағы бер йылға йыйыр ризығы, мал-мөлкәте, донъя тормошона мөнәсәбәте булған дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм фани донъянан күсеп китәсәк кешеләр – бөтәһе лә ошо кистә билдәләнә.

Мосолмандар Бәраәт көндәрен ураҙа тотоп, саҙаҡа биреп, иманға ярашлы башҡа эштәр менән мәшғүл булып үткәрә.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-06/b-g-n-b-ra-t-kise-3163968
Бөгөн – Бәраәт кисе
Бөгөн – Бәраәт кисе
Автор:
Читайте нас