Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
1 Февраль 2023, 09:34

Февралдә намаҙ уҡыу ваҡыты

“Эй, Аллам! Беҙгә Рәжәб менән Шәғбанда бәрәкәт бир һәм Рамаҙанға етеүгә өлгәштер”. Пәйғәмбәребеҙҙең изге Рәжәб айында уҡыған доғаһы - яҙмала.

Февралдә намаҙ уҡыу ваҡыты
Февралдә намаҙ уҡыу ваҡыты
Ай календары буйынса 1444 йылдың етенсе Рәжәб айына ла килеп еттек, әл-хәмдү лил-ләһ. Иртәгә, 1 февраль - 10 Рәжәб көнө.
 
Билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм етенсе айҙы “Эй, Аллам! Беҙгә Рәжәб менән Шәғбанда бәрәкәт бир һәм Рамаҙанға етеүгә өлгәштер” (Аллааһүммә бәәрик ләнәә фии Рәжәбин үә Шәғбәәнә үә бәллиғинәә Рамаҙан) тигән доға менән үткәрер булған. Был айҙар – ураҙаға әҙерләнеү осоро. Тимәк, уларҙа изге ғәмәлде бер көн булһа ла үтәү – ризыҡланмай йөрөп ҡарау – зарур. Рамаҙанға үҙебеҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ.
 
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, Шәғбан – минеке, Рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Раббыбыҙ айы хаҡында аят-сүрәләр, бихисап хәҙис-шәриф бар. “Рәжәбтә ҡылынған изгелеккә сауап етмеш тапҡыр күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
 
Рамаҙанға әҙерләнеү айында һәммәбеҙгә лә Аллаһ ярҙам бирһен, доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
 
Февраль айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.
 
Фото: https://vk.com/ufa_barakat
Автор:Дилбәр Ишморатова
https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-01-31/fevrald-nama-u-yu-va-yty-3125630
Февралдә намаҙ уҡыу ваҡыты
Февралдә намаҙ уҡыу ваҡыты
Автор:
Читайте нас: