Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
1 Декабрь 2022, 11:03

Декабрҙә намаҙ уҡыу ваҡыты

Һеҙҙең иғтибарға намаҙ алдынан уҡыла торған доғаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

Декабрҙә намаҙ уҡыу ваҡыты
Декабрҙә намаҙ уҡыу ваҡыты

1. "Аллааһүммә бәәғид бәйнии үә бәйнә хатаайәәйә кәмәә бәәғәдтә бәйнәл-мәшриҡи үәл-мәғриб, аллааһүммә нәҡҡинии мин хатаайәәйә кәмәә йүнәҡҡаҫ-ҫәүбүл-әбйәду минәд-дәнәс, аллааһүммәғ-силнии мин хатаайәәйә биҫ-ҫәлжи үәл-мәәһи үәл-барад".

Мәғәнәһе:

"Эй Аллаһ! Һин көнбайыш менән көнсығыш араһын алыҫлатҡаныңдай, мине лә хата-гонаһтарымдан алыҫлата күр! Эй Аллаһ! Аҡ кейем керҙән таҙартылғандай, Һин дә мине хата-гонаһтарымдан таҙарта күр. Эй Аллаһ! Минең хата-гонаһтарымды ҡар менән, һыу менән йәнә борсаҡ менән йыуа күр!"

2. "Сүбхәәнәкәл-лааһүммә үә бихәмдик, үә тәбәәракәсмүк, үә тәғәәләә жәддүк, үә ләә иләәһә ғайрук".

Мәғәнәһе:

"Эй Аллаһ! Һин кәмселектәрҙән Пакһың, йәнә Һиңә маҡтау! Һинең исемең бәрәкәтле, йәнә Һинең ололоғоң бар нәмәнән дә юғары, һәм Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!".

Текст сығанағы: "Мосолмандың ҡәлғәһе" китабы.

Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
https://bashgazet.ru/articles/iman/2022-11-30/dekabr-nama-u-yu-va-yty-3052506
Декабрҙә намаҙ уҡыу ваҡыты
Декабрҙә намаҙ уҡыу ваҡыты
Автор:
Читайте нас: