Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
30 Октябрь 2022, 09:00

Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй

Ҡыйғаҙытамаҡта “Бабич нуры” мәсете төҙөлөүгә биш йыл тулыу айҡанлы матур сара үтте

Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй
Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы үҙенең билдәле шәхестәре менән дан тота. Ауыл халҡы элек-электән берҙәм, дуҫ-татыу йәшәй. Ниндәй генә сара булмаһын, бер-береһен ҡеүәтләп, бергәләп атҡаралар. Әлбиттә, халыҡты бергә йыйып, әйҙәп йөрөүсе кешеләр барҙа күпкә еңелерәк. Ауыл тормошона битараф булмаған, бар эште ойоштороусы ауылдаштарына ҡыйғаҙытамаҡтар исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Октябрь айының һалҡын, ямғырлы көнөнә ҡарамаҫтан, Ҡыйғаҙытамаҡ халҡының күңел йылыһы, берҙәмлеге сараны матур, йылы мөхиттә үткәрергә булышлыҡ итте. Уларҙың шатлығын бүлешергә төрлө яҡтан ҡунаҡтар ҙа килгәйне: “Әс-сәләм” гәзите хәбәрсеһе Ләйсән Бәхтиева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова, Мишкә районы имам-мөхтәсибе Хәниф Шайморатов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов, хеҙмәт ветераны, яҡташыбыҙ Ҡәҙим Фарваев һәм райондың төрлө ауылдарынан имам-хатиптар. Улар ауыл халҡын матур ваҡиға менән тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Хәниф хәҙрәт мәсетте ремонтлауҙа ярҙам итеүселәргә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының “Бабич нуры” мәсете хәҙрәте Рүзил Хәмәтнуров та ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм барыһын да мәсеткә йөрөргә, иманға ҡайтырға саҡырҙы.
— Бөгөн беҙ баҡыйлыҡҡа күскән Хәмәтнур хәҙрәтте иҫкә алырға бурыслы. Ул мәсетебеҙҙе нигеҙенән башлап манараһына тиклем еткергән кеше. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә булһын. Биш йыл эсендә мәсетебеҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Халыҡ әкренләп мәсеткә йөрөй башланы. Алдағы көндәрҙә динебеҙҙе балаларыбыҙға өйрәтеп, белеп йәшәргә яҙһын, — тине Рүзил хәҙрәт.
Район етәкселеге исеменән Лариса Александрова сығыш яһаны һәм ауыл активистарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
— Бөгөн мәсет — ауылдың үҙәге. Ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарға яуап алһын, сөнки мәсет — Аллаһы Тәғәлә менән аралашыу йорто, — тине ул.
“Әс-сәләм” гәзите хәбәрсеһе Ләйсән Бәхтиеваның сығышы барыһының да күңеленә үтеп ингәндер. Ул халыҡты дингә ҡайтырға, илдә барған һуғыш тамамланһын, һалдаттарыбыҙ имен-һау ҡайтһын өсөн көн дә доға уҡырға, ауыл менән аҡ ҡорбан салырға саҡырҙы.
Матур сараға йыраҡтан ҡайтҡан ауылдаштар ҙа килгәйне. Шуларҙың береһе — Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ҡәҙим Фарваев үҙенең сығышында:
— Аллаға шөкөр, мәсет бар. Беҙ быға бик шатбыҙ. Ситтә йәшәһәк тә ауылға ҡайтырға тырышабыҙ. Бөгөнгө сараны ойоштороусыларға, барыһын да хөрмәт итеп килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ауылыбыҙҙы тағы ла матурлайыҡ, ҙурайтайыҡ, балалар тыуһын, ауыл йәшәһен, — тине.
Хәҙерге “Бабич нуры” мәсете — элекке мәктәп ашханаһы бинаһы. Мәктәп ябылғас, ауыл халҡы буш торған бинаны Аллаһ йортона үҙгәртергә хәл итә. Был сауаплы эште башлап, ауыл халҡын йыйып, эш уртаһында ҡайнаусылар Ғакиф Хатмуллин һәм Гүзәлиә Кәримова була. Бәләкәй генә ауылда төҙөү, төҙөкләндереү эштәре ойоштороу еңелдән түгел, бигерәк тә хәҙерге заманда. Сөнки кеше аҙ, күбеһе оло йәштәгеләр. Шуға ҡарамаҫтан, улар иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып, ремонт эштәрен башларға йөрьәт итә. Ауылдаштары уларҙың изге ниәттәрен ҡеүәтләп, ҡуш ҡуллап ярҙамлаша. Һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә тырыша: кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итә, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирә.
— Беҙҙең изге ниәтебеҙҙе хуплап мәсеткә ремонт яһауҙа ярҙам күрһәткән бар ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Айырыуса Мөхәммәт һәм Сажиҙә Хөсәйеновтар, Зөһрә һәм Тимерхан Сабировтар, Фәниә һәм Мөнир Кәримовтар ғаиләләренә, Нәсим Ғилмияров, Ришат Зәйзуллин, Вәкил Мөлөков, Ғаян Ғафаров, Рүзил Хәмәтнуров, Зәлифә Бабичева, Әлфинә Михайлова, Әлфиә Зариповаға рәхмәтлемен. Һәр кем ҙур тырышлыҡ һалды. Ҡылған эштәрегеҙ, ниәттәрегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙгә икеләтә сауап ҡайтарһын, — ти ауыл мәсетен булдырыуҙа күп көс һалған, ойоштороусы Гүзәлиә Кәримова. – Әлбиттә, беренсе сиратта, тормош иптәшем Ғакиф Хатмуллинға рәхмәтлемен. Ниәттәремде һәр саҡ хуплап, ярҙам итеүсем ул минең. Биш йыл буйы ул мәсеттә ҡышҡы һыуыҡтарҙа мейес яғып, буранлы көндәрҙә ҡарын көрәп торҙо. Ремонт эштәре башланғас, иң беренсе бинаның эсен рәткә килтерҙек. Эшселәрҙе ашатыуҙы үҙ өҫтөмә алдым. Ауыл халҡы көсө менән төҙөлөш материалдары алдыҡ. Унан мейесте һүтеп электр менән йылытыу системаһы үткәрҙек. Халыҡ яйлап мәсеткә йөрөй башланы, ҡорбан салдырыусылар һаны артты. Шул ваҡыт һыу мәсьәләһе лә хәл ителде. Сөнки быға тиклем һыуҙы шишмәнән ташый инек. Ҡойо ҡаҙытып рәхәтләндек, хәҙер ҡойо ихата эсендә. Алдағы көндәргә тағы ла ҙур ниәттәр менән торабыҙ. Аллаға шөкөр, әйтеүемсә, мәсетебеҙ буш тормай, төрлө байрам аштары, никахтар үткәрәбеҙ. Хыялда мәсеткә төкөтмә формаһында өс-дүрт өҫтәл һыйырлыҡ түбәлек эшләргә ине. 1 ноябрҙән балалар менән уҡыуҙарыбыҙҙы дауам итергә торабыҙ. Мин үҙем һөнәрем буйынса уҡытыусы булғас, балалар менән эшләү, уларҙың мәсеткә ынтылыуҙарын күреү — үҙе ҙур бәхет.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй
Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй
Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй
Мәсет ауылға бәрәкәт өҫтәй
Автор:
Читайте нас: