Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
8 Август 2022, 12:48

Бөгөн - Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә − сауаптарға өлгәшә торған көн. Был көндө Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә рәхмәте киң асыла. Туҙан бөртөгө тиклем генә ҡылған изгелегебеҙгә лә Раббыбыҙ тау ҡәҙәре сауабын бирә, килер бәләләрҙән һаҡлай. 

Бөгөн - Ғәшүрә көнө
Бөгөн - Ғәшүрә көнө

Ғәшүрә көнө, Ғәшүрә байрамы − мосолман донъяһындғы иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе. Ул мөхәррәм айының 9-сы көнө тамамланғас башлана. Быйыл 8 августҡа тура килә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә Ерҙе һәм күкте юҡтан бар иткән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә Ғәшүрәлә яралтҡан. Изге байрамда бәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе бәләләрҙән ҡотолдорола. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡан.
Ғәшүрә − сауаптарға өлгәшә торған көн. Был көндө Аллаһы Тәғәләнең бәндәләргә рәхмәте киң асыла. Туҙан бөртөгө тиклем генә ҡылған изгелегебеҙгә лә Раббыбыҙ тау ҡәҙәре сауабын бирә, килер бәләләрҙән һаҡлай. Ошо көндө күңелдәребеҙҙе фәҡәт изгелеккә йүнәлтеп, кешеләргә, бүтән тереклеккә изгелек, итәғәтлек, миһырбанлыҡ, шәф­ҡәтлелек ҡылыуға көсөбөҙҙө, зиһенебеҙҙе, мөмкинлегебеҙҙе йүнәлтергә бурыслыбыҙ.
Ғәшүрә көнөндә балаларына, ҡатынына киң күңеллелек күрһәткән, уларға яңы кейем, йә бүтән берәй бүләк биргән, яҡшы, затлы ризыҡ ашатҡан, байрам рухын булдырған кешегә Аллаһы Тәғәлә киләһе йылдың Ғәшүрә көнөнә тиклем ризыҡ киңлеге, донъя бәрәкәте, тормош муллығы насип итә. Бындай бәрәкәтте Раббы­быҙ ул кешенең хәләл ефетенә һәм балаларына ла бирә.
Рамаҙандағы фарыз ураҙаһынан ҡала иң сауаплыһы – мөхәррәм айында Ғәшүрә көнөндә тап килтереп тотҡан ураҙа. Был айҙа тотҡан бер көн ураҙаға Хоҙай 30 сауап бирер.
Шуға ла был изге байрамдың әһәмиәтен аңлап, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, сауапҡа өлгәшеү өсөн Ғәшүрәне доғалар уҡып үткәрергә, изгелектәр ҡылырға ашығайыҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/novosti/2022-08-08/b-g-n-sh-r-k-n-2901165
Бөгөн - Ғәшүрә көнө
Бөгөн - Ғәшүрә көнө
Автор:
Читайте нас: