Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
5 Август 2022, 14:56

Нимә ул Ғәшүрә көнө?

Уны ураҙа тотоп үткәрергә кәңәш ителә.

Нимә ул Ғәшүрә көнө?
Нимә ул Ғәшүрә көнө?

Һижри йыл, шул уҡ 12 айҙан торһа ла, миләди календарҙағынан 10 йә 11 көнгә ҡыҫҡараҡ. Ошо арҡылы уның айҙары төрлө миҙгелдәргә “шылып” йөрөй. Йыш ҡына ҡайһы бер айҙарҙың нисә көнгә һуҙылғанын мәле килеп етмәйенсә белеп тә булмай. Мәҫәлән, рамаҙан айын 30 көндән тора тип уйлап йөрөһәк, 29-сы көнөнән һуң яңы ай тыуып ҡуя.

Бер хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа – Аллаһ Тәғәләнең мөхәррәм айында”, – тигәне мәғлүм (Мөслим йыйынтығынан). Иғтибар итһәгеҙ, был хәҙистә мөхәррәм “Аллаһтың айы” тип аталған, һәм был уның бөйөк дәрәжәһен иҫбатлай. Тәбиғиндәрҙән булған Хәсән әл-Басри тигән мәшһүр ғалимдың шундай һүҙҙәре лә билдәле: “Рамаҙандан һуң мөхәррәм кеүек бөйөк ай юҡ!” Элек-электән мөхәррәм айында гонаһ ҡылыу, һуғыштар ҡәтғи тыйылған.

Мөхәррәм айының тағы ла бер үҙенсәлеге – уның “Ғәшүрә́” тип аталған унынсы көнө. Был көндө ураҙа менән үткәреү бик хуп күрелә, ул турала хәҙистәр байтаҡ. Мәҫәлән, әр-Рубәййә бинт Мүғәүүиҙ тигән сәхәбә ҡатын шулай тип һөйләгән: “Ғәшүрә көнөнөң уртаһында Пәйғәмбәр ансарҙар йәшәгән ауылға бер кешене ебәрҙе һәм уларға: “Кемегеҙҙер бөгөн ураҙа тотмай икән, көндөң аҙағына тиклем ашау-эсеүен туҡтатһын, ә иртәнән бирле ураҙа тотҡандар асығыуын дауам итһен”, – тип әйтергә ҡушты. Бынан һуң беҙ ураҙа тоттоҡ һәм балаларыбыҙҙан да шуны талап иттек. Кемеһелер асығып илай башлаһа, буялған йөндән уйынсыҡтар яһап, ифтар ваҡыты еткәнсе әүрәтеп торҙоҡ” (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйын­тығынан).

Ибн Ғәббәс риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ Мәҙинәгә килгәндә йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡанын күргән. Ни өсөн был көнгә әһәмиәт биреүҙәре тураһында һорағас, йәһүдтәр: “Был бөйөк көн! Тап ошо көндә Аллаһ Тәғәлә Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарҙы, һәм Муса был көндә ураҙа тота башланы”, – тип яуап­лаған. Артабан Мөхәммәт пәйғәм­бәр: “Мин һеҙгә ҡарағанда Мусаға яҡыныраҡ”, – тигән дә үҙе ураҙа тоторға керешкән һәм сәхәбәләргә лә шулайтырға бойорған (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйын­тығынан).

Бер мәл Ибн Ғәббәстән Ғәшүрә ураҙаһы тураһында һорағастар, ул: “Пәйғәмбәрҙең Ғәшүрә көнөнән башҡа ниндәйҙер көндө өҫтөнөрәк күргәне өсөн ураҙа тотҡанын белмәйем. Шулай уҡ рамаҙандан башҡа ниндәйҙер айҙы өҫтөнөрәк күргәне өсөн унда ураҙа тотҡаны миңә билдәле түгел”, – тигән (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ Әбү Ҡатәдә әл-Ансариҙың һөйләүенсә, Пәйғәм­бәребеҙ былай тигән: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан).

Тимәк, Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа үткән йылдың гонаһтарын юя, шуға ул көндө үткәреп ебәр­мәгеҙ. Ул быйыл 8 авгусҡа тура килә (7 август ҡояш байығас инә).

Пәйғәмбәребеҙҙең, Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас: “Киләһе йылға тиклем йәшәһәм, туғыҙынсы мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын”, – тигәне билдәле (Мөслим йыйынтығынан). Ләкин уға киләһе мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булмаған...

Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙа­быҙ ҡабул ҡылынып, үткән йылдағы хаталарыбыҙҙан арынырға, яңы йылды икенсе халәт менән башларға, ниндәйҙер билдәле көндәрҙә генә түгел, ә бөтә ваҡытта ла ысын мосолманса йәшәргә насип булһын.

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА

(Әбү Әхмәттең “Йома хөтбәләре” китабы буйынса).

Башҡортостан

Нимә ул Ғәшүрә көнө?
Нимә ул Ғәшүрә көнө?
Автор:
Читайте нас: