Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
31 Март 2022, 14:21

Рамаҙан айында намаҙ уҡыу ваҡыты

Иртәгә ҡояш байыу менән көтөп алынған изге Рамаҙанға аяҡ баҫабыҙ! Түбәндә ураҙа тотҡанда уҡыла торған доғалар, намаҙ ваҡыттары бирелә. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!

Ураҙаға ниәт ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда түбәндәге доғалар уҡыла:

«Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙан. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Халисал-лилләһи тәғәлә».

Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ихласлыҡ менән таң ваҡытынан башлап ҡояш байығанға тиклем рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым».

Ҡояш байып, сираттағы көндөң ураҙаһы тамамланғас, бер семтем тоҙ йәки бер йотом һыу, шулай уҡ хөрмә кеүек татлы емештәр менән ифтар ҡылыу, ауыҙ асыу −сөннәт сауаплы.
Ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла:
«Аллаһүммә ләкә сумтү үәбикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғфир ли йә ғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мәәххартү».

Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом, мин Һиңә иман килтерҙем. Һинең ризығың менән ауыҙ асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Алла! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа».

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Автор:
Читайте нас: