Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
19 Март 2022, 10:00

Яңы фатирҙа доғалар яңғыраһын

Яңы фатирға күсеү йолалары ниндәй? Ай башында күсенһәң яҡшы була, тиҙәр. Күскәс тә, бесәй индерергә кәрәк, тигән ырымдар ҙа бар. Ҡөрьән уҡытмай йәшәргә буламы?

Яңы фатирҙа доғалар яңғыраһын
Яңы фатирҙа доғалар яңғыраһын

Рәсүл Әкрам саллаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә йорттарыбыҙҙы намаҙ һәм Ҡөрьән уҡыу менән нурлан­дырырға ҡуша. Яңы нигеҙҙә Ҡөрьән уҡып, тормошто башлап ебәреү, тимәк, бәйғәмбәребеҙ сөннәтенә мыуафиҡ бер эш. Әҙәм балаһы ғүмеренең күпселек өлөшөн өйҙә үткәрә, ял итә, бәхетле-шатлыҡлы миҙгелдәре лә шунда үтә. Яңы өйгә аҙнаның теләһә ниндәй көнөндә күсенергә мөмкин. Йорт ишеген асып ингәс тә: «Бисмилләһир-рахманир-рахим»»тип бисмилла әйтеп инәйек. Унан йылына бер тапҡыр булһа ла, туғандарыбыҙҙы, ҡәрҙәштәребеҙҙе, дуҫтарыбыҙҙы саҡырып, уны Ҡөрьән мәжлестәре менән нурландырып торһаҡ, иншалла, ул йортта бәрәкәт булыр. Ә инде башҡа халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡулланмау хәйерлерәк. Йортҡа тәүҙә эт йәки бесәй индереү – ислам диненән ситтә булған ғәҙәттәр.

Аллаһы Раббил ғәләмин хәҙрәттәре һәр беребеҙгә йорттарыбыҙға ингәндә «бисмилла» менән инеп, шул йорто­боҙҙа Алла бойорғанды үтәп, хәләл ризыҡ менән туҡланып, ғибәҙәт ҡылып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, хеҙмәт менән йәшәргә насип итһен. Йорт­тарыбыҙҙа һәр ваҡыт Аллаһы Тәғә­ләнең рәхмәт-бәрәкәттәре булһын.

 

Нурмөхәммәт хәҙрәт

Ниғмәтул­линдың вәғәзенән.

Автор:AdminQ Admin
Яңы фатирҙа доғалар яңғыраһын
Яңы фатирҙа доғалар яңғыраһын
Автор:
Читайте нас: