Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
3 Март 2022, 12:26

Әйткән нәҙерҙе үтәү вәжиб

Һыбайлы яҙғы көндә йылға аша сығырға була.

Аты ауыҙлыҡланғанлыҡтан, ҡурҡҡан һыбайлының атты иреккә ҡуймауынан, ҡолаҡтарына һыу инеп, ат бата. Һыбайлы йылғаны йөҙөп сыҡмаҡсы була: «Иҫән-һау ғына сыға алһам, ҡорбан салыр инем!» – ти был кеше. «Һыуға батмай ғына ҡотолоп сыҡһам, ике һарыҡты ҡорбан итеп салыр инем!» – ти ул тағы ла. Ошо нәҙерен ҡабатлап, ҡорбанлыҡты өсәүгә еткерә. Ярға сығырға ике метрҙай самаһы ҡалғас, теге кеше кинәнесенән: «Аллаһты алдап-йолдап сығып киләм бит әле!» – ти.

Шулай тип әйтеп тә өлгөрә, бер ҙур ғына боҙ был кешенең башына килеп бәрелә, йөҙөп барған был кеше аңын юғалта һәм һыу төбөнә китеп, һәләк була.

Бәлә янағанда, кеше нәҙер әйтә. Шул нәҙере бәрәкәтендә бәләнән ҡотолһа, бәғзе кеше нәҙерен онота: «Былай ҙа ҡотолдом. Нәҙер әйтмәһәм дә булған икән... ярай, әйттем дә – бөттө...»

Ҡиссаның фәһеме: Аллаһты бәндә һис алдай алмай. Кешенең ихласмы, түгелме икәнен Ул ғына яҡшы белә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:Йәшлек гәзите
Читайте нас: