Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙҙә көнөбеҙ
25 Ноябрь 2021, 17:01

Мәҙрәсә-колледжға яңы статус бирелде

Рәсәйҙә Әл-Әзһәр институтына тиңләшерлек тәүге һәм берҙән-бер уҡыу йорто тип Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә-колледж табылды.    

Мәҙрәсә-колледжға яңы статус бирелде
Мәҙрәсә-колледжға яңы статус бирелде

“Был – бик юғары баһа һәм ҙур яуаплылыҡ. Хәҙер уҡыу алдынғыһы булып танылған шәкерттәребеҙ Әл-Әзһәр институты аттестатын алыу өсөн өс йылға Ҡаһирәгә китмәй, ә үҙебеҙҙә ҡалып, донъя кимәлендәге алдынғы Ислам уҡыу йортоноң бакалавриатында белем алыуын дауам итә ала”, - тип хәбәр итте Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

М. Солтанова исемендәге мәҙрәсәнең дипломы “Әл-Әзһәр” ҡарамағындағы Ислам миссияһы институтының урта белем тураһындағы аттестатына тиңләштерелде.

“Колледжда Әл-Әзһәр университетының ғәрәп телен яҡшы белгән уҡытыусылары эшләй. Төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә Өфө колледжына Ҡаһирә университетының әҙерлек бүлексәһе статусы бирелде. Быға тиклем студенттарыбыҙ ғәрәп телен яҡшыраҡ үҙләштереп, университеттағы уҡыуҙың төп өлөшөнә инеү өсөн бер нисә йыл дауамында Ҡаһирәгә барып уҡырға тейеш ине. Хәҙер улар тура университеттың бакалавриатына инәсәк”, - тип аңлатма бирҙе Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев.

“Хәҙер студенттар сит илгә белем алырға өлгөрөп еткән шәхестәр булып, квалификация камиллаштырыу өсөн генә юлланасаҡ. Шуға күрә уларҙың ниндәйҙер радикаль идеялар менән мауығып китеүенә хәүеф тә кәмей”, - тип билдәләне Ҡарамышев.  

Бынан тыш, сит ил вузында уҡыуҙы тамамлағандан һуң Ислам белгестәрен мосолмандарҙың Диниә назараты аттестациялай.

Фото: Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Мәҙрәсә-колледжға яңы статус бирелде
Мәҙрәсә-колледжға яңы статус бирелде
Автор:
Читайте нас: