Белеүебеҙсә, Башҡортостанда күп профилле балалар ялы сменаһын үткәреү практикаһы үҫешкән. Мәҫәлән, былтыр республикабыҙ “Геройҙар иле” Бөтә Рәсәй лагерын үткәреү буйынса илдә бишенсе майҙансыҡ булғайны. Быйыл “Йәйләү” Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү профилле лагерын ойошторорға планлаштыралар.
2022 йылда беренсе тапҡыр ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ҡала ситендәге пляжлы һәм бассейнлы 19 стационар лагерҙа “Йөҙөүгә өйрәтеү” программаһы эшләй башлаясаҡ. Унда 7720 бала йәлеп ителәсәк.
Балалар ялы һәм уның менән бәйле һорауҙарға яуаптарҙы бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында барған тура эфирҙа ишетеү мөмкинлеге булды. Сараны “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы, һорауҙарға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.
Айбулат Хажин ҡала ситендәге стационар лагерҙарға юллама хаҡын компенсациялауҙың ике төрө тураһында әйтте. Беренсеһе - республика компенсацияһы, ул юлламаның 70 проценты. Икенсеһе - балалар туристик кешбэгы программаһы буйынса юллама алғандарға 30 процент ташлама. Шуныһы, Башҡортостанда бер юлы федераль һәм төбәк льготаларын алырға була.
Етмеш процент ташламанан файҙаланыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә) rest.edu-rb.ru сайтында теркәлергә, артабан унда лагерҙы, үҙегеҙгә отошло сменаны һайларға, ғариза яҙып ҡалдырырға кәрәк. Ошоларҙы атҡарғас, бала белем алған урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итеп, ғаризаны раҫлау йәки уны яҙыу, ата-әсә иғәнәһен (70 процент льготаны иҫәпкә алып) түләү, путевканы алыу талап ителә.
Шуны билдәләргә кәрәк, Башҡортостанда ҡала ситендәге лагерға путевка түбәндәге осраҡтарҙа бирелә:
Ата-әсәләрҙең кешбэк программалары тураһында белеүе мөһим, сөнки улар ғаилә бюджетын экономиялау мөмкинлеге бирә. Тура эфирҙа Мәләүез ҡалаһынан ғаилә ҡатнашты: Ирина Дятлова ике балаһының былтыр ошо программа буйынса ял итеүе, быйыл да ошо хоҡуҡтарынан файҙаланасаҡтары хаҡында һөйләне.
Фото: stapravda.ru