Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Демография
29 Ғинуар 2022, 13:00

Ниндәй пособиеның күләме артты?

Был түләүҙәрҙе алыр өсөн хоҡуғың булыуҙы тағы бер ҡат раҫларға кәрәк.

Ниндәй пособиеның күләме артты?
Ниндәй пособиеның күләме артты?

2022 йылдың башынан 8 йәштән 17 йәшкә тиклем балаларын яңғыҙ үҫтереүсе атай-әсәйҙәргә һәм учетҡа баҫҡан  ауырлы  ҡатындарға ай һайын түләнә торған пособие артты.

Закон буйынса, әлеге түләүҙәрҙең хаҡы Рәсәй Пенсия фондының бүлексәһе белгестәре әйтеүенсә, төбәктәге йәшәү минимумына бәйле. Мәҫәлән, яңғыҙ әсәй-атайҙарға түләнә торған пособие күләме төбәктәге балаларға ҡаралған йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә.

Йыл һайын йәшәү минимумы күләме арта. Шуға бәйле пособиелар ҙа арта. Әлеге түләүҙәр бер йылға билдәләнә. Был түләүҙәрҙе алыр өсөн хоҡуғың булыуҙы тағы бер ҡат раҫларға кәрәк.

Бәпес көткән ҡатындарға түләнеүсе пособиялар менән дә шундай уҡ хәл. Уның күләме төбәктәге эшкә һәләтле граждандар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә. Әлеге пособие ғаилә килеме аҙ булған ҡатын-ҡыҙҙарға түләнә. Уны бала тапҡансыға тиклем ай һайын бирәләр.

Ғинуар айы өсөн арттырылған пособиелар ике категорияға ла февраль айында күсереләсәк.

Автор:Айнур Акилов
 
https://shonkar.com/news/novosti/2022-01-25/nind-y-posobieny-k-l-me-artty-2668207?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Ниндәй пособиеның күләме артты?
Ниндәй пособиеның күләме артты?
Автор:
Читайте нас: