

Был акция Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылдан алып үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Тикшереүҙәр сәләмәтлек буйынса проблеманы ваҡытында күреп, дауалау башларға ярҙам итә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауылда беренсел медицина-санитар ярҙамды үҫтереү — төп бурыстарҙың береһе. Бының өсөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары, участка дауаханалары һәм амбулаториялар төҙөлә һәм яңыртыла. Әммә иртә диагностика бик мөһим булып ҡала, күптәр табиптарға бик һуң мөрәжәғәт итә. “Сәләмәтлек поездары" был проблеманы хәл итергә ярҙам итә, ауырыуҙарҙы башланғыс стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йыл башынан «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә бригадалар 144 100 ҡабул итеү һәм 38 466 тикшереү үткәргән.
Табиптар тәүгә 7 634, шул иҫәптән 2 767 социаль әһәмиәтле сир асыҡлаған. Етди ауырыу шиге булған пациенттарҙы тикшереүгә һәм дауалауға ебәргәндәр.
27 июлдән 7 авгусҡа тиклем «Сәләмәтлек поезы» районыбыҙҙың Ҡыйғаҙы, Ҡышлауйылға, Иҫке Ҡаҙансы, Арбаш, Ҡарткиҫәк, Урмияҙ, Ҡашҡа, Күнгәк, Табаҫҡытамаҡ, Солтанбәк ауылдарында эшләп, халыҡты ҡабул итте. Акция сиктәрендә 781 кеше медицина тикшереүе үткән. Һөҙөмтәлә 73 сир тәүгә асыҡланған.
Шулай уҡ акция сиктәрендә Республика стоматология поликлиникаһының күсмә стоматология модуле Табаҫҡытамаҡ, Солтанбәк һәм Ҡашҡа ауылдарында эшләне. Биш көн эсендә 136 кеше дауаланған.