Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Май , 05:50

Гөлнур Ҡолһарина депутат вәкәләттәрен һалды

Ул бындай ҡарарҙы ҡабул итеүен түбәндәгесә аңлатты... 

Гөлнур Ҡолһарина депутат вәкәләттәрен һалдыГөлнур Ҡолһарина депутат вәкәләттәрен һалды
Гөлнур Ҡолһарина депутат вәкәләттәрен һалды

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат Гөлнур Ҡолһарина вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. Был ҡарарҙы ҡабул итеүен ул МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү эшенә иғтибарҙы арттырыу теләгенә бәйләп аңлатты, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

«Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат вәкәләттәрен һалдым. Беҙ ҡатмарлы заманда, саҡырыуҙар ваҡытында йәшәйбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлек күп көс, иғтибар һәм фиҙакәрлек талап итә. Беҙҙә яңы эшмәкәрлек йүнәлештәре барлыҡҡа килә, яңы проекттарҙы ғәмәлгә индерәбеҙ һәм булғандарын үҫтерәбеҙ. Эшебеҙҙең девизы – республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан әйтелгәнсә – «Барыһы ла Еңеү өсөн!» - тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Бөгөнгө ултырышта Гөлнур Ғәлинур ҡыҙын «Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнеләр.

“Был награда – минең генә түгел, бөтә берҙәм коллективыбыҙҙың да ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем. Команданың һәр ағзаһы дөйөм эшкә – МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә. Эшмәкәрлегебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - хеҙмәттәштәрегеҙгә рәхмәт белдерәм!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Гөлнур Ҡолһарина ике саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды.

Фото: Г. Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/gulnurkulsarina)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2026-05-22/g-lnur-ol-arina-deputat-v-k-l-tt-ren-aldy-4695898
Автор:
Читайте нас