Йәнтөйәк
+8 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Апреля , 06:44

Эшҡыуар заманса ҡорамалдар һатып алған.

Асҡын ауылынан эшҡыуар Альбина Закирова  килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә  үҙ эшен киңәйтеү өсөн заманса ҡорамалдар һатып алған.

Добавить в предпочтительные источники Google

Күрһәтелгән ярҙам арҡаһында производство яңыртыла. Был сеймал әҙерләү ваҡытын ҡыҫҡартырға, технологик процестарҙың тотороҡлолоғон арттырырға һәм продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирә.

Йүнсел райондашыбыҙ «Камелот» сауҙа үҙәгендә  емеш-еләктән төрлө чипсылар, кәнфиттәр һәм башҡа тәмлекәстәр етештерә.

Эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү һәм районда бәләкәй бизнесты үҫтереү буйынса эш дауам итә.

 Асҡын районы бизнес-шерифы  Олеся Петровна Северухина “Мәшғүллек үҙәге” белгестәре  менән килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам  алған эшҡыуар менән осрашып, мониторинг үткәрҙе.

Наилә Имаева.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас