Йәнтөйәк
+22 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
3 Апреля , 16:05

«Ҡашҡа-ТВ» медиастудияһы асылды

Бөгөн Ҡашҡа мәктәбендә  матур, яҡты, заманса йыһазландырылған «Ҡашҡа-ТВ» медиастудияһы асылды.Был проект белем усағының  Елена һәм Геннадий Тимченко хәйриә фондының «Мөмкинлектәр мөхите» асыҡ конкурсында еңеүе арҡаһында мөмкин була.

Ҡашҡаларҙың шатлығын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева,  район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Ғәлина, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, «Мельница» балалар ижады үҙәге директоры Ләйсән Мөғтәбәрова килде. Сарала ошо фонд конкурсында еңеү яулаған «СвойКадр» медиастудияһы ағзалары ла ҡатнашты.

Мәктәп директоры Азат Фәйзуллин тантаналы сараны асып, барыһын да сәләмләне.

- Бөгөн беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы көн. Тимченко фонды конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә икенсе проектты тормошҡа ашырабыҙ. Былтыр ул емеш баҡсаһы ине, ә быйыл — «Ҡашҡа-ТВ» заманса медиастудияһы. Проектты уңышлы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем,  — тип был ваҡиғаның ҙур  әһәмиәтен билдәләне Азат Ғәлимйән улы.

Медиастудияны булдырыуҙа проекттың авторы һәм етәксеһе Зилә Зөфәр ҡыҙы Фәйзуллина ҙур роль уйнай. Тап уның инициативаһы буйынса 2025 йылда мәктәп проектты «Мөмкинлектәр мөхите» конкурсына тәҡдим итә һәм еңеү яулай.

- Был Ҡашҡа мәктәбе өсөн генә түгел, бөтә район өсөн бик мөһим ваҡиға. Өсөнсө проектты тормошҡа ашыраһығыҙ, һәм һеҙҙең коллективты был йүнәлештә лидерҙарҙың береһе, тип атарға була. Һеҙ эшләгән бөтә нәмә балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың киләсәгенә йүнәлтелгән. Медиастудия уҡыусыларҙы йәлеп итеү урыны булыр, унда улар сифатлы контент төшөрөргә, монтажларға өйрәнер, тип ышанам, — тип ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева.

Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Ғәлина мәктәп етәкселегенең әүҙем позицияһын билдәләне. Мәғариф учреждениеһы бик күп конкурстарҙа ҡатнаша һәм проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

— Был ҙур еңеү — йөҙләгән ғаризаның иң яҡшыһы булыу. Һеҙҙең мәктәптә һәләтле балалар уҡый, уларҙан яңы ҡаҙаныштар көтәбеҙ, — тине Зөбәржәт Нәҡип ҡыҙы.

Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Ҡашҡа ауыл  биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һәм «Мельница» балалар ижады үҙәге директор Ләйсән Мөғтәбарова сығыш яһаны. Ләйсән Кәшфелмәғән ҡыҙы медиастудиялар араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалырға һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.


Тантана ысын мәғәнәһендә символик мәлгә әйләнеп,  медиастудия рәсми рәүештә уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асты. Был ваҡиға мәктәп һәм район тарихына инәсәк, тип ышаныслы әйтергә була.

«Ҡашҡа-ТВ» медиастудияһы ижад һәм уҡытыу өсөн заманса майҙансыҡ буласаҡ. Проект сиктәрендә видеомонтаж һәм тауыш эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «идеянан алып баҫтырыуға тиклем» журналист оҫталығы буйынса дәрестәр, шулай уҡ уҡыусылар араһында «Иң яҡшы видеоролик» һәм «Иң яҡшы видеоблогер» конкурстары планлаштырылған. Уҡыусылар видеорепортаждар, мәктәп яңылыҡтары эшләйәсәк һәм төрлө кимәлдәге медиаконкурстарҙа ҡатнашасаҡ.

Проекттың төп маҡсаты — медиа өлкәһендә үҫмерҙәрҙе ижад итеү, уҡытыу һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу өсөн уникаль майҙансыҡ булдырыу. Мәктәптә ышаналар: Ҡашҡа ауылының бай тарихы бар, уларҙы һөйләргә кәрәк, һәм хәҙер бының өсөн бөтә кәрәкле мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

Сара мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы менән тамамланды.

Автор:Наиля Имаева
Читайте нас