Асҡын район хакимиәте башлығына “Дед” позывнойлы яугир ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ул үҙенә УАЗ автомобиле һәм электр инструменттары кәрәклеген белдерә.
–Беҙ ситтә тороп ҡала алманыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың берҙәмлеге һәм ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә ике аҙна эсендә тейешле бөтә нимәне йыйып бөттөк. “Асҡын урман сәнәғәтселәре” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы, Эске эштәр бүлеге ветерандары эшкә дәррәү тотондо, – тип яҙа район етәксеһе Динис Йосопов социаль селтәрҙәге битендә. – Беҙ геройыбыҙға көтөп алған автомобилде һәм электр инструментарының тулы комплектын тапшырҙыҡ. Был беҙ Ватан һаҡсыларына ярҙам итә алған эштәрҙең бер өлөшө генә. Мөһим акцияла ҡатнашҡан һәр кем алдында баш эйәм! Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик ҡиммәт! Беҙ бергә– көс!