Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь , 06:55

Был олимпиада еңеүселәре уҡырға ингәндә БДИ-ға өҫтәмә балл ала

15 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн Аҡмулла олимпиадаһы башлана. Унда ҡатнашыу һәм еңеү түбәндәге дисциплиналар буйынса өҫтәмә балдар бирә: рус теле, инглиз теле, математика, физика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, география, иҡтисад, педагогика һәм психология. Еңеүселәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, илдең башҡа вуздарына ла уҡырға ингәндә – өҫтәмә балдар алыу мөмкинлегенә эйә.  

Был олимпиада еңеүселәре уҡырға ингәндә БДИ-ға өҫтәмә балл ала
Был олимпиада еңеүселәре уҡырға ингәндә БДИ-ға өҫтәмә балл ала

15 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн Аҡмулла олимпиадаһы башлана. Ул федераль статусҡа эйә һәм 2025-2026 уҡыу йылына Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә инә. Олимпиадала 8-11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала, тип хәбәр итә Өфө вуз-ара кампус резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

2026 йылда Аҡмулла олимпиадаһында еңеүселәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, илдең башҡа вуздарына ла уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар алыу мөмкинлегенә эйә.

Һайлап алыу этабы 15 ноябрҙә – 9 февралдә ситтән тороп (онлайн) уҙғарыла. Олимпиада графигында һәр предмет өсөн аныҡ датаны тикшереү мөһим, сөнки уларҙың айырылыуы ихтимал.

Олимпиадала ҡатнашыу һәм еңеү түбәндәге дисциплиналар буйынса өҫтәмә балдар бирә: рус теле, инглиз теле, математика, физика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, география, иҡтисад, педагогика һәм психология.

- Күптән түгел география буйынса Аҡмулла олимпиадаһы беренсе кимәлдәге олимпиада статусын алды. Хәҙер география буйынса быйылғы Аҡмулла олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары үҙҙәренең һөҙөмтәләрен география буйынса имтихан булған юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ҡуллана ала. Әгәр улар географиянан БДИ-ны 75 балдан ашыуға тапшырһа, уларҙың һөҙөмтәһе 100 балға тиңләшеүе ихтимал! - тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Билдәләп үтергә кәрәк, олимпиадаларҙа еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына ингәндә айырым стипендиялар аласаҡ. Мәҫәлән, Аҡмулла университетына бюджет урындары сиктәрендә көндөҙгө бүлеккә олимпиада профиле буйынса уҡырға ингәндә (һынауҙарһыҙ) беренсе курс студентына, академик стипендияға өҫтәп, айына 50 мең һум түләнә.

Аҡмулла олимпиадаһында еңеүсе, бөгөн инде тәбиғи-география факультетының 1-се курс студенты Ғәзим Мөхәмәтйәнов:

- Күп кенә олимпиадаларҙа ҡатнаштым, әммә иң һөҙөмтәлеһе – башҡорт теле буйынса олимпиада булды. Аҡмулла олимпиадаһы университетҡа уҡырға инергә ярҙам итеүҙән тыш, матди хәлемде лә яҡшыртты, унда ҡатнашып, юғары дәүләт стипендияһы алам. Олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки был тәжрибә тормошта күп үрҙәргә өлгәшергә ярҙам итәсәк.

Олимпиадала ҡатнашырға теләүселәр иғтибарына!

Предметтарҙы һайлағыҙ һәм уларҙы уҙғарыу графигын ентекләп өйрәнегеҙ.

Һорауҙарҙы һәр фән өсөн бүленгән даталарҙа онлайн үтәгеҙ.

Һөҙөмтәләр көтөгөҙ! Һайлап алыуҙы уңышлы үткән ҡатнашыусылар йомғаҡлау этабына саҡырыла.

Техник проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү өсөн 7 (347)246-65-41 телефоны буйынса йәки электрон почтаға - akmulolimp@yandex.ru мөрәжәғәт итергә кәрәк.

БЕЛЕШМӘ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Автор:
Читайте нас: