- Балалар 1 сентябргә уҡырға барғанда ҡурайҙар ҡалмай йәки сувенир ҡурай алалар. Шуға ПВХ материалынан ҡурайҙар эшләй башланым.
Был иһә ниндәй мөмкинлектәр бирә һуң? Ҡурай гигиена яғынан һәйбәт, һабын, һыу менән йыуаһың да алаһың. Был ҡурайҙар сатнап, ярылып бармай. Шул яғы менән дә бик уңайлы. Тауышы ла көслөрәк сыға. Балалар бик яратып уйнай. Профессиональ ҡурайсылар ҙа минән ала башланы.
Әлбиттә, үлән ҡурай ҙа, ағас ҡурай ҙа булырға тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында еҙ ҡурай ҙа булған. Материал үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, ҡурайҙың үҙенең параметрҙары, пропорциялары һаҡланып ҡала. Беҙ уны үҙгәртмәйбеҙ, теймәйбеҙ. Заман үтә бара, ҡурай ҙа үҙгәрә.
Тәжрибәләр үткәреп, эшләгән ҡурайымды кешеләргә сығарҙым. Ҡурайсылар өсөн бик уңайлы булды. Махсус хәрби операция башланғас, күп кенә яугир егеттәр ҙә һораны. Уларға ла күп кенә ҡурайҙар ебәрҙем. Йөрөтөүе бик уңайлы, футляры ла бар, - ти Илнур Хәйруллин.
Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ойошторолған тантаналы сарала ҡатнашып, килеүселәргә ҡурай, ҡумыҙ тәҡдим итте. Автор фотоһы һәм видеоһы.
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова