3 һәм 4 ноябрҙә (дүшәмбе һәм шишәмбе) ял көндәре, ә 5-7 ноябрҙә (шаршамбынан йомаға тиклем) эш көндәре буласаҡ. 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә, ә өҫтәмә ял көнө 1 ноябрҙән (шәмбе) күсерелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыуы өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Шулай итеп, октябрҙең һуңғы эш аҙнаһы алты көнлөк буласаҡ, ә һуңынан өс көнлөк ял һәм өс көнлөк эш аҙнаһы көтөлә.
Оҙайлы ялдарҙы файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн алдан хәстәрлек күрегеҙ.
Фото: "Башинформ".