Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь , 12:12

Тыуған еренә ереккән

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ бөгөн – төбәк иҡтисадын билдәләгән төп фактор-ҙарҙың береһе. Был өлкә төрлө ауырлыҡтар һәм ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа ныҡлы үҫешә, бына шул һөйөндөрә”.Шәхси эшҡыуарҙар — ул ҡасандыр үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып эш башлаған кешеләр түгел, улар райондаштарына төрлө хеҙмәттәр һәм ярҙам күрһәтеп, йәмғиәтебеҙгә файҙа килтергән һөнәрмәндәр. Еңел булмаған хеҙмәткә үҙҙәрен бағышлағандар районыбыҙҙа ла байтаҡ. Уларҙың һәр береһе тыуған яғының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шундайҙарҙың береһе — Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылынан Әдис Динисламов. Хеҙмәт һөйөүсәнлек бала саҡтан тәрбиәләнәҮҫмер йәки йәш сағында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнерен уйланымы икән Әдис Рәлиф улы? Ҡасандыр урман киҫеп, ағас эшкәртере уйына ла инеп сыҡмағандыр. Барыһы ла бала саҡтан уҡ ғүмерлек һөнәрен күҙ алдына килтерә алмай бит. Дәүләт ауылында тыуған малай тәбиғәтте ярата, дуҫтары менән көн оҙоно баҫыу-ҡырҙарҙы гиҙә. Бер ҙә юҡҡа ғына яҙмыш уны һуңынан ошо өлкә менән осраштырмағандыр.

Тыуған еренә ереккән
Тыуған еренә ереккән

Әдис Рәлиф улы күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы — механизатор, әсәһе һауынсы була. Малай барлыҡ эштә лә уларға ярҙамлаша. Өлгөргәнлек аттестаты алыу менән Ватан алдындағы изге бурысын үтәй, унан ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтының биология һәм химия факультетын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1992 йылда, Бағаҙы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ә 2000 йылда Бағаҙы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлана.
Ул ваҡытта биләмәгә Сәпәш, Иҫке Бағаҙы, Ураҙбаҡты, Дәүләт, Зиннәт ауылдары инә, барлығы 333 хужалыҡ иҫәпләнә. “Ҡариҙел” ауыл хужалығы предприятиеһының Бағаҙы һәм Сәпәш бүлектәренән башҡа сәнәғәт предприятиелары булмай.
— Халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтә торған ойошмаларҙың булмауы ауырлыҡтар тыуҙыра ине, — тип ул йылдарҙы иҫкә ала Әдис Рәлиф улы. — Ләкин ауыл биләмәһе депутаттары һәр саҡ ярҙамға килде, халыҡ наказдарын үтәргә тырышты.
Ауыл биләмәһе башлығы үҙе лә ауылдаштары өсөн йән атып тора, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап етәкселәр кабинеты ишеген аҙ шаҡымай. Ул бер ваҡытта ла шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, иртәнән кискә тиклем халыҡ араһында була. Үҙе менән бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе һәр саҡ яҡлай, яҡшы һүҙҙәр менән дәртләндерә, етештереү алдынғыларын маҡтай, уларҙың күрһәткестәренә һөйөнә. Ул эше өсөн янып йәшәй, эшмәкәрлек һөҙөмтәләре лә яҡшы була. Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында үткән биш йыл эсендә ул ауыл халҡы өсөн көнүҙәк булған байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итә, йәнтөйәге өсөн бар тырышлығын һала.
Ошо йылдар эсендә Иҫке Бағаҙыла фельдшер-акушерлыҡ пункты ремонтлана, Ураҙбаҡтыла яңы өй һатып алып унда медицина пункты яһайҙар. Шулай уҡ Бағаҙы балалар баҡсаһы, клубтар, шишмәләр төҙөкләндерелә. Иҫке Бағаҙы ауылына ингән ерҙә Бағаҙы йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙә шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе була. Әдис Рәлиф улы үҙ өлгөһөндә тырышҡанда етеш, матур тормошта йәшәргә мөмкин булыуын күрһәтә.
Халыҡ та үҙен бик ярата һәм хөрмәт итә. Асыҡ йөҙлө, аралашыусан, изге күңелле Әдис Рәлиф улы менән бер нисә минут һөйләшеү ҙә етә, проблемалар бер аҙға онотола, уны сисеү юлдары ла табыла. Ауыл биләмәһе башлығы маҡтауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре өсөн эшләмәй, ә ихлас күңелдән ауылдаштарының йәшәйешен яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итергә тырыша.
— Тирә-яҡтағыларға өлгө булырҙай кешеләр була, минең өсөн улар — атайым һәм әсәйем. Минең өсөн уҡытыусы ла, остаз да булдылар, — тип һөйләй Әдис Динисламов. — Улар миндә кешеләргә һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне. Үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу өсөн һөнәреңде ысын күңелдән яратырға кәрәклеген төшөндөрҙөләр.
Эшҡыуарлыҡ юлын һайлай
Әдис Динисламовтың хеҙмәт стажы 30 йылдан артыҡ, шуның 18 йылы эшҡыуарлыҡ өлкәһенә бағышлынған. 2007 йылда ул үҙ эшен аса: пилорама төҙөй, техника һәм йыһаздар һатып ала һәм ағас сығарыу, ағас эшкәртеү, пиломатериалдар, бура, ағастан әйберҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә башлай. Ул ваҡытта халыҡ күпләп төҙөнә, төҙөлөш материалдары ҙур һорау менән ҡулланыла. Ундай предприятиелар күп, был эш менән шөғөлләнеү отошло түгел, тиһәләр ҙә, үҙағас эшкәртеү һәм әҙерләү буйынса үҙ эшен асыусылар әле лә байтаҡ. Әдис Рәлиф улы башлаған эшен уңышлы алып бара, яңы эш урындары булдыра. Уның оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә етештереү күрһәткестәре юғары, предприятие табыш килтерә, уңышлы үҫешә.
Әдис Рәлиф улы элеккесә башҡарған эшенән кинәнес таба. Иҫке Бағаҙы ауылы старостаһы булараҡ, ауылдаштарына байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша. Зыяратты кәртәләүме, шишмәләрҙе төҙөкләндереүме, авария-ремонт эштәреме, транспорт хеҙмәттәреме — ул етәкләгән ойошма һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Эшҡыуар халыҡҡа, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына утын килтереү хеҙмәтен дә күрһәтә. Ул район бюджетын тулыландырыуға һәм иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Эшләү дәүерендә урындағы үҙидара органдары йомоштарын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Район, биләмә кимәлендә үткән сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә, хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша ул. Үҙ инициативаһы менән оло йәштәгеләргә, ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итә.
Фекер...
Лилиә Кәбирова, Ҡариҙел районы бизнес-шерифы:
— Районыбыҙҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ урындағы власть башланғыстары һәм комплекслы ярҙам саралары ярҙамында тотороҡло үҫешә. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һанының артыуын, яңы проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, яңы эш урындарының барлыҡҡа килеүен күҙәтәбеҙ. Районда 2025 йыл башына 550-нән артыҡ урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, был үткән йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк. Эшҡыуарҙар финанс ярҙам саралары, ер участкалары биреү менән әүҙем ҡыҙыҡһына. Ҡариҙел районы һоҡланғыс ерҙә урынлашыуы, бай тәбиғәт ресурстары менән данлыҡлы. Субсидиялар, консультациялар кеүек дәүләт ярҙам саралары менән эшҡыуарҙарға үҫергә булышабыҙ. Хәҙер беҙ экотуризм һәм ауыл хужалығын иҫәпкә алып, яңы өлкәләргә ҡыҙыҡһыныу артыуын күрәбеҙ.
Фәриҙә Зәйнуллина.

Автор:
Читайте нас: