Башҡортостанда ямғырҙар ҡар менән алмашына. Ноябрҙә был айырыуса һиҙелерлек буласаҡ. “Фобос” үҙәгендә көҙҙөң һуңғы айына һауа торошона фараз бирҙеләр.
Рәсәй метеорологтары хәбәр итеүенсә, айҙың тәүге ике декадаһында температура тирбәлеүе көтөлә. Көндөҙ плюс температура минус менән сиратлаша. Мәҫәлән, 3 ноябргә көндөҙ -5 градусҡаса һалҡынайта, бер нисә көндән +4 градусҡаса йылыта. 1 ноябрҙән бер көн дә яуым-төшөмһөҙ булмаясаҡ, 7 ноябрҙән һуң – йышыраҡ ҡар яуасаҡ.
10 ноябрҙән 16-на тиклем көндөҙ йәнә минус температура торасаҡ, 13-өндә -5 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә. Бер көндө термометр бағанаһы -13 градусҡа тиклем төшә. Төндә -20 градусҡа тиклем һыуыта.
17 ноябрҙән бер нисә көнгә +3-тән +5 градусҡа тиклем плюс температура билдәләнә. 22 ноябрҙән көндөҙ -3 градусҡаса һыуыта, 28 ноябрҙән -10 градустан түбән була, төндә -22 градусҡаса һыуыта.
Фото: Зимфира Нартдинова