Өфөлә Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле артистары йомғаҡлау концертын үткәрҙе.
Өфөлә Үҙәк хәрби округының (ЦВО) йыр һәм бейеү ансамбле артистары йомғаҡлау концерты бирҙе, шулай итеп республикала үткән Армия мәҙәниәте көндәре тамамланды. Гастролдәрҙең һуңғы көнөндә артистарға дәүләт наградалары тапшырылды. Жуков һәм Суворов миҙалдарын уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Биш көн эсендә ансамбль Башҡортостандың дүрт ҡалаһында төрлө майҙансыҡтарҙа биш концерт ҡуйҙы. Республика халҡы 100-ҙән ашыу сығышты күрҙе, уларҙы артистар махсус рәүештә урындағы мәҙәниәттең матурлығын күрһәтеү өсөн һайлап алған. Программала шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышындағы билдәле йырҙар, заманса патриотик композициялар һәм милли бейеүҙәр яңғыраны.
21-27 августа Башҡортостан Республикаһында Армия мәҙәниәте көндәре үтте. Сараның хедлайнерына әүерелгән Үҙәк хәрби округ йыр һәм бейеү ансамбленең сығыштарынан тыш, бер нисә көн дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең батырлығына арналған күргәҙмәләр эшләне, шулай уҡ патриотик темаға документаль һәм нәфис фильмдар күрһәтелде.
Фото: kulturarb.ru
Автор:Карима Усманова