Йәнтөйәк
-19 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2025, 10:08

Бәрхәт сәскә тымау һәм гаймориттан дауалай

Иң тәүҙә бер сынаяҡҡа бер бөртөк сәскәне һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ ҙа 15 минут төнәтегеҙ. Беренсе эскәндә үк был сәскәнең һеҙгә барамы-юҡмы икәнен аңларһығыҙ.

Бәрхәт сәскә тымау һәм гаймориттан дауалай
Бәрхәт сәскә тымау һәм гаймориттан дауалай

Йорт ихаталарын, баҡса һәм парктарҙы йәмләгән бәрхәт сәскәнең шәп кенә дауа булыуын күптәр белмәйҙер ҙә. Халыҡ медицинаһында ул борондан билдәле булған. Бәүел ҡыуыу, тирләтеү, эсәк селәүсендәренән арындырыу һәләтенә эйә. Эс китеү, артыҡ газ йыйылыу осраҡтарында ла килешә. Шулай уҡ бәрхәт сәскә организмдың киҙеү кеүек йоғошло сирҙәргә, һәр төрлө микробтарға, вирус һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығын арттыра, йәғни иммунитетты нығыта. Әммә уны бик һаҡ ҡулланырға, башта һеҙгә килешәме-юҡмы икәнен билдәләргә кәрәк, сөнки сәскә, айырыуса уның япраҡтары эфир майҙарына бай.

Иң тәүҙә бер сынаяҡҡа бер бөртөк сәскәне һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ ҙа 15 минут төнәтегеҙ. Беренсе эскәндә үк был сәскәнең һеҙгә барамы-юҡмы икәнен аңларһығыҙ. Әгәр килешһә, аллергия билдәләре һиҙелмәһә, әле үк ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуя алаһығыҙ.

Тымаулап танау тонғанда, гайморит ыҙалатҡанда 0,5 литрлы сәйнүккә биш бөртөк сәскә һалырға һәм һемәгенә еткермәйенсә ҡайнаған һыу ҡойорға. Таҫтамал менән урап, биш минут ултыртып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, сәйнүк һемәгенән сыҡҡан йылы быуҙы ауыҙ менән һуларға һәм танауҙан сығарырға. Танауығыҙ яҡшы итеп асылып, тын ала башлаһа, киреһенсә, танау менән һемәктән сыҡҡан йылы быуҙы һулап, ауыҙ аша сығарығыҙ.

Бәрхәт сәскәләрен йылы ваннаға һалып ятһағыҙ, был процедура һеҙҙе тынысландырыр, ауыр көсөргәнеш, депрессия осраҡтарында ярҙам итер.  

ИҒТИБАР! Мәҡәлә таныштырыу маҡсатында яҙылды. Халыҡ медицинаһы алымдарын ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас