Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август , 14:11

Радий Хәбиров "Толпар" тураһында һөйләне

Юҡ, һүҙ ат йә йәштәр журналы тураһында түгел.     

Радий Хәбиров "Толпар" тураһында һөйләне
Радий Хәбиров "Толпар" тураһында һөйләне

Һүҙ күсмә стоматологик комплекс тураһында.

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә былай тип яҙған:

"2020 йылда балалар стоматологик комплексын һатып алдыҡ та, уға "Толпар" тип исем бирҙек һәм балаларға ярҙамға республикабыҙҙың район, ҡалаларына ебәрҙек. Биш йылда Өфөнөң 3-сө стоматология поликлиникаһы табиптары бөтә республиканы урап сыҡты, иң төпкөлдә лә булды. Улар 13 меңдән ашыу баланың, шул иҫәптән өс меңдән ашыу МХО-ла ҡатнашыусының балаһының һәм сирле балаларҙың, тешен дауаланы. Донбасстағы ҡәрҙәштәргә кәрәкккәс, "Толпар"ҙы унда ла ебәрҙек. Табиптарыбыҙ беҙ шефлыҡ ярҙамы күрһәткән Красный Луч ҡалаһында 1,8 меңгә яҡын баланы ҡабул итте", - тип яҙған "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә республика Башлығы.

Белеүегеҙсә, Башҡортостан мәктәптәрендә стоматологик кабинеттар ҙа асыла.

Барыһына ла һаулыҡ теләй Радий Фәрит улы.

Фото: Радий Хабиров

Автор:Алһыу Ишемғолова

Йәшлек

Автор:
Читайте нас