Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибары ҙур. “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” проекты — шуның бер дәлиле. Башҡортостан Башлығы әлеге проектты халыҡ өсөн бик мөһим тип һанай һәм уны киләсәктә лә дауам итергә кәрәклекте билдәләй.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Республика халҡының һаулығын һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. Төп маҡсат — 2030 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау, диагностикалау мөһим. Киләсәктә лә был эште дауам итәсәкбеҙ”.
“Сәләмәтлек поезы”ның беренсе туҡталышы Юғары Ҡанһөйәр һәм Тусыбай ауылдарында булды. Был юлы иһә ул Һәйтәк ауылында үҙ эшен дауам итте. Поезд составында үҙәк район дауаханаһының күсмә мобиль ФАП-ы, Бөрө ҡалаһының медицина үҙәге, күсмә флюорограф һәм маммограф эшләне. Бирелә сираттарһыҙ ғына маммография, флюорография үтергә, төрлө анализдар бирергә, ҡан һәм күҙ баҫымын үлсәргә, ЭКГ үтергә мөмкин. Шулай уҡ кардиолог һәм невролог кеүек табип-белгестәр ҙә консультациялар үткәрә һәм сәләмәтлекте һаҡлау буйынса кәңәштәр бирә. Был квалификациялы ярҙам алыу һәм мөмкин булған ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә.
Һәйтәк ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Эльмира Саҙрыева билдәләүенсә, бирегә беренсел ярҙам һорап Сәйтәк ауылы халҡы ғына түгел, Иҫке һәм Яңы Дүртекәй, Сурапан, Иҫке Тәпәрештән дә мөрәжәғәт итәләр. Был — 800-ҙән артыҡ кеше тигән һүҙ. Улар араһында хатта 100 йәште уҙған кеше лә бар.
Фекер...
Салауат Ғилметдинов, Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
“Сәләмәтлек поезы” — халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә бик мөһим сара. Был беҙгә йыраҡ ауылдарҙа йәшәүселәргә лә квалификациялы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. “Сәләмәтлек поезы” эшенең уңышлы булыуына бик шатбыҙ һәм киләсәктә лә изге эшен дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.