Эҫе көндәрҙән һуң, һалҡындары килде. Көн дә ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуып ҡына тора. Артабан йәй ниндәй булыр?
Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһе түбән баҫымлы өлкәлә ҡалған, шуға күрә яуым-төшөм ихтималлығы артҡан. Был аҙнала һалҡын фронт үтеү менән бәйле һауа температураһы +17, +23 градустан күтәрелмәй. Ял көндәрендә һауа температураһы тағы ла нығыраҡ төшәсәк, уның норманан өс-биш градусҡа түбән булыуы көтөлә.
Киләһе аҙна ла әллә ни эҫе булмаясаҡ, ти белгестәр. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, июнь дауамында һауа температураһы – 22, +24 градус торасаҡ. Июнь аҙағы һалҡыныраҡ буласаҡ, көндөҙгө һауа температураһы +17, +23 градус ҡына тәшкил итәсәк.
Бынан алда Рәсәй Гидрометеорология үҙәге йәйге айҙарға һауа торошон фаразланы. Уға ярашлы, июлдә һауа температураһы нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ, йәғни +17, +21 градус тирәһе йәки унан юғарыраҡ буласаҡ. Августа һауа температураһының нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ — +15, +19 градус йәки унан юғарыраҡ булыуы көтөлә.