Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь , 14:36

“Ваҡыт йылғаһы” фестивале

Бөрө ҡалаһынан ун биш саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Шәмшәҙе күле Ағиҙелдең боронғо ағышынан һаҡланып ҡалған. Хозур тәбиғәт ҡосағындағы күлдең ярында Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы базаһы урынлашҡан.

“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале

Программаға ярашлы, фестивалдең тәүге көнөндә бер юлы ике сара ҡаралды. Уҡыу йортоноң төп корпусында Өфө фән һәм технологиялар университеты етәкселеге һәм профессорҙары ҡатнашлығында Ғилми советтың күсмә ултырышы үтте. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралғандан һуң делегация вәкилдәре өсөн филиалдың матди-техник базаһы менән таныштырыу маҡсатында экскурсия ойошторолдо. Һанлы лаборатория, оҫтаханалар, картиналар галереяһы, уҡыу йорто музейҙары студенттар өсөн сифатлы белем алыуға һәм ғилми-эҙләнеү эштәрен ойоштороуға мөмкинлек тыуҙырылыуын күрһәтте.
Был ваҡытта Шәмшәҙе күле буйында республиканың Ҡариҙел, Асҡын, Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш, Борай, Баҡалы, Бөрө райондарынан килгән мәктәп уҡыусылары үткән менән бөгөнгө, бөгөнгө менән киләсәк бәйләнешен барланы. Уларға һәр факультеттың интерактив майҙансыҡтарында тарихи үткәнгә тамаша ҡылырға мөмкинлек тыуҙырылды. Уҡытыусылар һәм студенттар тырышлығы менән факультеттарҙың ниндәй йүнәлештә эшләүе, быуындан-быуынға тапшырыла килгән үҙенсәлеге тасуирланды. Айырыуса һөнәрселек һәм Бөрө уҡсылары”ның уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр күңелдәргә хуш килде.
Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты ғүмеренең һуңғы йылдарын Бөрө ҡалаһында үткәргән күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романынан өҙөк сәхнәләштерҙе. “Ныязғол бай тирмәһендә” XX быуат башындағы башҡорттарҙың көнкүреше тергеҙелде. Ныязғол байҙың старшина булып һайланған мәленә тура килгән ҡунаҡтар 33 төрлө шифалы үләндән яһалған сәй, дүрт төрлө бал, ҡымыҙ, ҡоймаҡ һәм ҡыҙыл эремсек менән һыйланды. Төркмәнстандан килеп уҡыған студенттар үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән мили аш-һыуҙарынан ауыҙ иттерҙе.Милли уйындар уҡыусыларҙы сит ил йолалары менән таныштырҙы.
Социаль-гуманитар факультеты үҙ майҙансығында Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡараған артефакттар күргәҙмәһе әҙерләне. Шулай уҡ психологик ярҙам итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Биология һәм химия факультеты традицион рәүештә тәбиғи материалдарҙан эшләнгән әйберҙәр, экологик тикшеренеүҙәр өсөн аналитик приборҙар, силомерҙар, шифалы үләндәр һәм башҡа бик күп экспонаттар күрһәтте.
Педагогика факультеты спорт ярыштары өсөн традицион майҙансыҡтар, балаларҙың портретын төшөрөүҙән тыш, маскировка селтәрҙәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Һәр теләгән кеше селтәр үреүҙә ҡатнашты.
Инженер-технология факультеты студенттары ҡунаҡтарға тимерселек, туҡыма туҡыу, ағастан һырлап эшләү, балсыҡтан көршәктәр әүәләү кеүек боронғо кәсептәрҙе күрһәтеп кенә ҡалманы, ә улар менән эш итеү серҙәренә өйрәтте. Бындай оҫталыҡ дәрестәрендә уҡыусылар таһыллыҡтарын һынап ҡараны һәм, шул уҡ ваҡытта, иҫтәлекле сувенирҙарға эйә булды.
Физика-математика факультеты тәбиғи фәндәр уҡытыуҙа ҡулланылған яңы технологиялар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Экспозицияларҙа электрофор машинаһында йәшен барлыҡҡа килеүен, Комовский насосы ярҙамында вакуум эшләүҙе, һыуҙан ҡоро тәңкә сығарыуҙы, быяла шешәгә атмосфера баҫымы тәьҫирендә бешкән йомортҡаны батырып ҡуйыуҙы, стаканда йәйғор яһауҙы һәм башҡа тәжрибәләрҙе күҙәтте.
Колледж майҙансығы ла ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы булды. Теләге булғандар полиция хеҙмәткәре атрибуттары менән фотоға төштө. Калашников автоматын йыйып-һүтеү мөмкинлеге өсөн айырыуса малайҙар ҡыуанды.
Фестивалгә шулай уҡ Туймазы, Өфө, Силәбе, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙың тарихи реконструкция клубтары һәм командалары, хәрби-тарихи йәмәғәтселек, тарихи мәғарифты үҫтереүсе ойошмалар йәлеп ителде. Уларҙың лагеры ысын һуғыш яланын хәтерләтте.
Көндөң икенсе яртыһында Ғилми совет вәкилдәре менән берлектә “Ваҡыт йылғаһы” белем биреү һәм тарихи-патриотик фестивалде асыу тантанаһы булды. Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев сараны ойоштороусы уҡытыусылар коллективына һәм студенттарға, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. “...Һеҙҙең эшегеҙ килгән ҡунаҡтарға, айырыуса мәктәп балаларына тарих, быуындан тапшырыла килгән һөнәрҙәр һәм йолалар менән ҡыҙыҡһынып танышыуға мөмкинлек бирҙе. Хөрмәтле ҡунаҡтарға, Өфө фән һәм технологиялар университеты хакимиәте вәкилдәренә, шулай уҡ тарихи-реконструкция клубтары делегацияларына айырым рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең фестевалдә ҡатнашыуығыҙ сараның ниндәй юғары әһәмиәткә эйә булыуы, беҙҙең башланғысты хуплауығыҙ тураһында һөйләй”, – тине.
Киләһе көндә сара сиктәрендә Бөрө районы халҡын һәм мәктәп уҡыусыларын ҡабул итеү дауам итте. Был көндә студенттар һәм ҡала коллективы хеҙмәткәрҙәре ойошторған концерт, “Маски” бейеү театры башҡарыуында “Еңеү вальсы” мөһим урын биләне.
Бөйөк Ватан һуғышы эпизоды фестивалдең кульминацион нөктәһе булды. Пехота ғәскәрҙәре алышы, мотоциклистар, танкылар, самолет осоуы ысын һуғыш яланын хәтерләтте. Сәхнә эпизоды һуғыш техникаларын һәм формаларын демонстрациялау менән бергә барҙы.
Былар барыһы ла Бөрө филиалының тарихи үткәндәрҙе хәтерләүе, уларҙы киләсәк быуынға еткерергә ынтылыуын күрһәтә. Ә былтырғы фестивалдең Воронеж ҡалаһында үткән II Бөтә Рәсәй «Туристик ҡалалар» премияһында Гран-при яулауы мәҙәни-тарихи туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе тураһында һөйләй.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
“Ваҡыт йылғаһы” фестивале
Автор:
Читайте нас: