Өфө ҡалаһында 5 июндән алып 8 июнгә хәтлем II Бөтә Рәсәй фестиваленең үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Фестиваль үҙенең янына балалар уйындарын һәм уйынсыҡтарын яратыусыларҙы йыясаҡ. Уның өсөн бик бай программа төҙөлгән. Мәҫәлән, ҡунаҡтар ҡатнашлығында лекторий ойоштороласаҡ. 5 июндә фехтование һәм рапира буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина сығыш яһаясаҡ, ә 6 июндә еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталованы олоһо ла, кесеһе лә күреү бәхетенә ирешәсәк, 7 июндә спорт һөйөүселәр фехтование һәм рапира буйынса Олимпия чемпионы Тимур Сафин менән осрашасаҡ, 8 июндә иһә һәр кемдең боҙҙа мотоуҙыш буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Николай Красниковҡа һорауҙарын биреү мөмкинлеге бар.
Фото: скриншот.