Кеше нисә йәштә ҡартая башлағанын беләһегеҙме? Ғалимдар яуап тапҡан. Организмдың ҡартайыуы 25-28 йәштән башлана, тип белдерҙе федераль медицина-биология агентлығы (ФМБА) етәксеһенең беренсе урынбаҫары Татьяна Яковлева “Рәсәй һәм донъя: сәләмәт оҙон ғүмер трендтары” форумында.
“Организмдың ҡартайыуы 25 йәштән башлана, иң һуңы 28 йәштән. Һәм ысынлап та, ҡартайыу процестарын күҙәтеү һәм уларға йоғонто яһау бик мөһим”, — тигән ул.
Бынан алда ФМБА башлығы Вероника Скворцова, ғүмер оҙайлығы артыуы менән бәйле, йәшлек сиктәрен яңынан ҡарарға мөмкин тигәйне: әле ҡабул ителгән 44 йәш урынына 60 йәшкә тиклем. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) классификацияһына ярашлы, йәшлек 44 йәшкә тиклем, уртаса йәш 59 йәшкә тиклем, өлкән 74 йәшкә тиклем, ә 75 йәштән һуң ҡартлыҡ башлана, 75-90 йәш оҙон ғүмер тип атала.
Эксперттар фекеренсә, тышҡы ҡартайыуҙың төп сәбәбе ультрафиолет нурланышта ята.
Фото: Нәсих Хәлисов.