Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май , 14:53

Йәш инспекторҙар еңеү яуланы

Быйыл Иҫке Балтас 2- се урта мәктәбе уҡыусылары – Дияз Камилйәнов, Алина Ғәлимйәнова, Данияр Ғәлиханов, Азалия Ғәзизова ҡатнашты.

Йәш инспекторҙар еңеү яуланы
Йәш инспекторҙар еңеү яуланы

Мәләүез районында муниципаль этаптарҙа еңеүсе командалар араһында «Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2025» республика конкурсының финалы уҙҙы. Сара Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр һәм Мәғариф һәм фән министрлыҡтары тарафынан ойошторолдо.
«Хәүефһеҙ тәгәрмәс»тә Балтас районы йыл һайын ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл Иҫке Балтас 2- се урта мәктәбе уҡыусылары – Дияз Камилйәнов, Алина Ғәлимйәнова, Данияр Ғәлиханов, Азалия Ғәзизова ҡатнашты. Райондың ЮХХДИ бүлексәһенең хәүефһеҙлек пропагандаһы буйынса инспекторы Ғәлиә Хәтмуллина һәм Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Солтанов етәкселегендәге район командаһы барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үтеп, лайыҡлы сығыш яһаны. Балтас командаһы үҙенең әҙерлеген, берҙәмлеген һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүен күрһәтте.
Бер нисә көн дауамында ҡатнашыусылар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеүҙәрен, велосипедта фигуралы йөрөү һәм юл-транспорт һәләкәтендә зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен, шулай уҡ сәхнәлә ижади сығыш яһауҙарын күрһәтте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса балтастар «Автоҡаласыҡ» станцияһында 1-се урын яулап, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Эске эштәр министрлығының БР буйынса Дәүләт автоинспекцияһы идараһы дипломдарына, бүләктәренә эйә булды.
Балтастарҙың уңышы башҡа уҡыусыларҙы ла юл хәрәкәте именлеге мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынырға, икенсе йылға «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында ҡатнашырға дәртләндерер, тип ышанабыҙ. Юлдарҙа именлекте тәьмин итеү—һәр беребеҙҙең бурысы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:
Читайте нас: