Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Хәҙерге көндә районда ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Борайҙан 14 мең кеше илде дошмандан азат итергә оҙатыла. Шуларҙың ете меңе тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәхиб Майскийға, Әхмәт Закировҡа, Тажетдин Ғиләжетдиновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ҡузбай ауыл биләмәһенән фронтҡа 676 кеше китә. Уларҙың 326-һы вафат була, 149-ы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөнө.
Әлеге көндә Ҡузбай ауыл биләмәһендә берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар. Ул — һуғыш михнәттәрен, хәтирәләрен күңелендә һаҡлаған, йәш быуынға ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, фәһемле кәңәштәр биргән, көр күңел менән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылаған Заһит ағай Әхтәриев. Күкрәгендәге орден-миҙалдарын күргәс, ветеранға ҡарата хөрмәт, ихтирам икеләтә арта. Яу яланында күпме яугирҙаштарын юғалтҡан, утты-һыуҙы кискән, фронт юлдарын үтеп, тыуған яғына Еңеү алып ҡайтыусы райондаштарыбыҙҙың береһе ул.
Тыуған илде, ғәзиз ерҙе дошмандарҙан һаҡлау ир-егеттең изге бурысы икәнен Заһит Әхтәриев бәләкәйҙән аңлап үҫә. Ул 1926 йылдың 10 июлендә Ҡоҙашлы ауылында Фатима һәм Рәхимйән Әхтәриевтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 5-се класты Ҡалтасы районының Күгәрсен ауылында уҡый, ә 6-сы класты Борай мәктәбендә тамамлай. 1939 йылда Заһитты атаһының апаһы Кемеров өлкәһенең Белов ҡалаһына алып китә. Ул ваҡытта рус телен йүнләп белмәгәнлектән, 7-се класҡа бер йылдан һуң ғына бара. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡала ерендә йәшәү ауырлашҡас, Заһит тыуған яғына ҡайта. Был ваҡытта атаһы менән оло ағаһы Хәкимйән һуғышта була. Атаһы яу ҡырынан иҫән-имен ҡайта, ә ағаһы 1943 йылда 20 йәшендә Курск һуғышында батырҙарса һәләк була.
Тылда ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн халҡыбыҙ бөтә көсөн һала. Заһит ағай ҙа, башҡа ауыл егеттәренә ҡушылып, төрлө эштәрҙә ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә, ғаиләһенә булыша. Ул ваҡытта әсәһе ҡарамағында өс бала һәм өләсәйҙәре була. Һабан һөрөү, бесән сабыу, Асҡын районында ағас киҫеү эштәрендә өлкән йәштәгеләргә бирелгән норманы әле беләге лә нығынып бөтмәгән үҫмер егеткә лә үтәргә тура килә.
1943 йылдың 16 ноябрендә буйы 149 сантиметр, ауырлығы 45 килограмм булған 17 йәшлек Заһитты Ҡоҙаш ауылынан — биш, Ҡузбайҙан дүрт егет менән бергә Йыраҡ Көнсығышҡа, Япония сигенә оҙаталар. Һуғыш йылдарында Тыуған илебеҙ сиген һаҡлаған 75 кешене Туғандар ҡәберлегендә ерләүҙе асынып иҫкә ала бөгөн дә ветеран. Ул япон самиурайҙарына ҡаршы һуғышта батырлыҡтары өсөн “Кореяны азат иткән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә, юбилей миҙалдары ла бихисап уның. 1944 йылдың авгусында Сейсек ҡала штурмында, аҙаҡ Канко ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Совет ғәскәрҙәре 1947 йылда Кореянан сыға. 1950 йылдың 1 апреленә тиклем артиллерия полкында разведчик булып хеҙмәт итә. Шул уҡ йылды демобилизациялана һәм сентябрь айында ғына бары тик уға тыуған яғына ҡайтыу насип була. Шул уҡ йылды Нәфисә исемле йәш, сибәр ҡыҙға өйләнә, улар ғаиләһендә аҡыллы, тәрбиәле, эш һөйөүсән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫә.
Һуғыштан һуң тыныс тормошта Заһит Рәхимйән улы хеҙмәт юлын дауам итә, уға яуаплы вазифаларҙы ышанып тапшыралар. Ҡузбай ауылы ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эшләй, ике йылдан йәмғиәттең рәйесе итеп билдәләнә. 1955 йылдан алып ул КПСС-тың партия ағзаһы булып тора. Ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, Заһит Рәхимйән улы һәр саҡ белемгә ынтыла. Дүрт йыл Силәбелә Совет партияһы мәктәбендә уҡый, партияның район комитетына инструктор итеп тәғәйенләнә. Артабан Заһит ағай Көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты директоры, Ҡузбай ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы ете йыл Карл Маркс колхозында агроном булып эшләй.
Заһит Рәхимйән улы хис кенә лә тик торорға яратмай: баҡсаһында еләк-емеш үҫтерә, йорт тирәһен төҙөкләндерә. Ауылдаштарына аҡыллы кәңәштәрен бирә, мәсеткә йөрөй, һәр эштең серенә, яйына төшөндөрә. Төрлө осрашыуҙар үткәргәндә уның һуғыш тураһындағы хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Хөрмәтле ветеран күкрәк тулы орден-миҙалдарын сыңлатып, тантаналарҙа яуҙаштары рухын яңыртып, уларҙың батыр юлын иҫкә ала.
2015 йылда 90 йәшлек юбилейын Борай ауылы кафеһында балаларын, туғандарын, ейәндәрен, ауылдаштарын, дуҫтарын бергә йыйып үткәрҙе. 95 йәшлек юбилейын йәшәгән өйөндә ҡаршыланы, район хакимиәтенән ҡунаҡтар килеп, туғандары, күршеләре, ейәндәре тәбрикләне.
Ветераныбыҙ әлеге көндә лә сафта. Февралдә район ветерандары менән бергә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы юбилей миҙалын алыу тантанаһында ҡатнашты. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә ауылыбыҙҙа яугирҙарҙы иҫкә алып, веноктар, сәскәләр һалыу сараһына килде, ауыл китапханаһында уҡыусылар менән осрашып һөйләште, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Районда “Мәңгелек ут” район фестивале старт алған көндө Бөйөк Ватан һығышы ветераны Заһит Әхтәриев фестиваль символын Борай ауыл биләмәһе башлығы Тимур Әғзәмовҡа, 13 мартта Ҡузбай ауылында Ваныш ауыл биләмәһе башлығы Мөнирә Борис ҡыҙына Мәңгелек утты тапшырҙы.
Заһит ағай Әхтәриев дәһшәтле һуғыш юлдарын лайыҡлы үткән. Яу яландарында уның да батырлыҡ эҙҙәре уйылып ҡалған. Беҙ көслө рухлы, кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл ветераныбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, шатлыҡтар, имен, тыныс көндәр теләйбеҙ!
Роза Ғәбделхаҡова, Ҡузбай ауылы хәбәрсеһе.