Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
3 Май 2025, 06:00

Ямғырҙарҙың ҡасан туҡтары билдәле

Синоптиктарҙың фаразынса, Башҡортостанға йылыраҡ көндәр килә.  

Ямғырҙарҙың ҡасан туҡтары билдәлеЯмғырҙарҙың ҡасан туҡтары билдәле
Ямғырҙарҙың ҡасан туҡтары билдәле

Башҡортостанға йылыраҡ көндәр килә, шулай ҙа төндәрен ҡырауҙар төшә әле, тип иҫкәртә синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 3 майҙа аяҙлы-болотло, урыны менән яуым-төшөмлө булыуы көтөлә. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ көслө булып китә, секундына 15-20 метрға тиклем етә. Һауа температураһы төндә +4...+9 градус, көндөҙ +10...+15 градусҡаса йылыта. Төндә һәм таңда юлдарҙың айырым участкаларында томан төшөүе, көндөҙ күреү мөмкинлегенең насарайыуы (1-2 кмға тиклем) тураһында иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостандың дәүләт комитеты. 

4 май ҡояшлы көн күҙаллана. Һауа температураһы +18-гә тиклем күтәрелә. Ә 5 майҙа тағы йылыраҡ – көндөҙ +23 градус.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас