Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Май , 11:00

“Бәхет хаҡы”ның яҙмышы хәл ителде...

Айрат Абушахманов Фидан Ғафаров үлгәндән һуң спектаклде нимә көтөүе тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...    

“Бәхет хаҡы”ның яҙмышы хәл ителде...
“Бәхет хаҡы”ның яҙмышы хәл ителде...

Бөтәбеҙҙе лә тетрәндереп 27 апрелдә яратҡан йырсыбыҙ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаров вафат булып ҡалды. 3 майҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында Фидан Ғафаров төп ролдәрҙең береһен башҡарған “Бәхет хаҡы” спектакле күрһәтелергә тейеш ине. Унда, йола буйынса, билеттар бер ай алдан тиерлек алынып бөткән ине.

Был спектаклгә күптәр Фидан ағайҙы күрер өсөн йөрөнө. Һәм ул вафат булғандан һуң тамашаның яҙмышы күптәргә ҡыҙыҡ ине. Кисә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был һорауға яуап бирҙе.

3 май көндө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, артист үлгәндән һуң да бер билет та кире тапшырылмағас, спектаклде Фидан Сафа улының яҡты иҫтәлегенә арнап күрһәтәсәк. Фидан Ғафаров уйнаған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтелә...

“Бәхет хаҡы” мелодрамаһы 2012 йылдың 19 апрелендә сәхнәгә сыҡҡан һәм 3 майҙа спектакль Фидан Сафа улы ҡатнашлығында 199-сы тапҡыр уйналыр ине...

Айрат Абушахманов әйтеүенсә, был спектакль тап Фидан Ғафаров өсөн ҡуйылды һәм унда уның яҙмышы сағылыш таба. Шуға күрә 3 майҙан һуң “Бәхет хаҡы” башҡаса күрһәтелмәйәсәк...

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-05-01/b-het-ha-y-ny-ya-myshy-h-l-itelde-4220868
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: