Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель , 09:04

Йәйге йылы ҡасан ҡайтыр?

Бер йылынғас, май аҙағына тиклем 22 градус буласаҡ.    

Йәйге йылы ҡасан ҡайтыр?
Йәйге йылы ҡасан ҡайтыр?

Башҡортостанда йылы көндәрҙән һуң һауа торошо ҡырҡа боҙолдо. Һауа температураһының түбәнәйеүе һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Башгидромет синоптиктары быны республика территорияһы буйлап әүҙем циклон үтеүе менән аңлатты. Уның артҡы өлөшөндә төндә -3, +2 градусҡа тиклем һәм көндөҙ +5, +10 градусҡа тиклем һыуыта. Апрелдең һуңғы көндәрендә уртаса һауа температураһы норманан дүрт градусҡа түбән буласаҡ. Һалҡын һауа массаһы килеү менән бер аҙ һәм уртаса кимәлдә ямғырҙар яуа, ул епшек ҡарға әйләнә. Ел тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк. Республиканың ҡайһы бер райондарында сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар һырылыуы, боҙлауыҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар ятыуы ихтимал.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, май башында төбәккә йылы ҡайта башлаясаҡ. 1 майҙан 3-өнә тиклем көндөҙ +15, +17 һәм төндә +4, +7 градус булыуы көтөлә.

Гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, 5 майҙан Башҡортостанда ярайһы уҡ йылытасаҡ. Ай аҙағына тиклем +20, +22 градус йылы булыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас