Республиканың иң боронғо ҡалаларының береһендә Бөрө рустарының соборы советы эшләп килә. Уның төп маҡсаты – рус халҡының рухи мәҙәниәтен, телен, берҙәмлеген һәм патриотлығын һаҡлау. 11 кешенән торған коллективта ҡала һәм район мәҙәниәт йорто, музей, төрлө учреждение һәм ойошма етәкселәре, ветерандар советы рәйесе, музыка мәктәбе һәм юғары уҡыу йорто вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар бар. Улар ҡала һәм район кимәлендәге барлыҡ ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнай.
Күптән түгел Өфөнөң Конгресс-холында ойошма етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ольга Алексеевна Курбатованың сығышы тыңланылды (һүрәттә). “Бөрө ҡалаһы һәм районы христиандары рус телен һәм рус халҡы мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү өҫтөндә генә эшләмәй, ә район территорияһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәтен хөрмәт итә. Беҙ бөтә халыҡты берләштереүсе полимәҙәни бәйләнеш тураһында онотмайбыҙ”, – тип башланы ул үҙенең телмәрен. Йөкмәткеле сығышта республика һәм район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни һәм патриотик сараларға йомғаҡ яһалды.
Ғөмүмән, советтың эше йәштәрҙе патриотик һәм рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләү, рус мәҙәни традицияларын һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, өлкән быуын кешеләре менән эшләүҙе үҙ эсенә ала. Шулай ҙа бөгөн МХО яугирҙарына ярҙам итеү беренсе планда тора. Был йүнәлештә байтаҡ саралар башҡарыла ла инде.
Мәҫәлән, яуҙа һәләк булғандарҙың мәңгелек хәтерен һаҡлау маҡсатында мемориаль таҡтаташтар асыуҙы юллау, юғары уҡыу йортонда һәм мәктәптәрҙә “Уларҙың батырлығы үлемһеҙ” патриотик поэзия конкурстарын ойоштороу, “Һалдатҡа хат яҙ” акцияһына ҡушылыу, МХО яугирҙары, Чечен һәм Афған һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар үткәреү киләсәк быуынға Тыуған илде һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләргә ярҙам итә.
Рус соборы бүлеге советы ағзалары шулай уҡ фронтҡа ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Маскировка селтәрҙәре үрәләр, яралылар өсөн носилка эшләйҙәр, окоп шәмдәре ҡоялар, мәрхәмәтлек концерттарында ҡатнашалар, тематик музей күргәҙмәһе ойошторалар. Әлеге ваҡытта район хакимиәте менән берлектә ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы, колледж уҡытыусылары һәм студенттары “Әрме көндәре мәҙәниәте” республика сараһы сиктәрендә конференция проекты әҙерләй. Унда МХО темаһы ла яҡтыртыласаҡ.
Бөрө рустары төрлө кимәлдәге сараларҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Ҡала көнөнөң юбилей датаһын билдәләүҙә, “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” республика байрамын уҙғарыуҙа, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнашалар.
Район хакимиәте, ҡала филологтары һәм “Победа” район гәзите журналистары менән берлектәге комиссия ултырышында мәктәп уҡыусыларының киләсәк быуынға яҙған һәм 40 йылдан һуң ҡаланың 400 йыллығында уҡыласаҡ хаттар конкурсына йомғаҡ яһалған.
Ғөмүмән, 300 йылдан ашыу тарихы булған һәм мәҙәниәтен туплаған боронғо ҡала вәкилдәренең һәр береһенә оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Ә рус соборы вәкилдәре уны еренә еткереп үтәй.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.