Республиканың бөтә поликлиниклары ла 2, 3, 8, 10 майҙа шәмбе расписаниеһы буйынса эшләй, йәғни иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем. Шулай уҡ улар көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ашығыс саҡырыуҙарҙы ҡабул итә.
1 һәм 9 майҙа – байрам графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем. Көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ашығыс саҡырыуҙарҙы ҡабул итә.
1, 2, 3, 8, 9, 10 майҙа диспансерлаштырыу һәм профессиональ тикшереү үтергә мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1, 2, 3, 8, 9 һәм 10 майҙа эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә ауырлы ҡатындар УЗИ-скрининг үтә ала.
Яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдарын неонаталь скрининг өсөн 1 майҙан 11-нә тиклем Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул итәсәктәр.
Ашығыс стоматология ярҙамын 1, 2, 3, 4, 8, 9, 10 һәм 11 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем күрһәтәсәктәр.
Бөтә байрам һәм ял көндәрендә табип рецепты буйынса бирелгән дарыуҙарҙы һәм махсус дауалау аҙыҡтарын биреү туҡтатылмаясаҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.