Күргәҙмәне “Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте”нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлеге етәксеһе, Өфө ҡалаһының республика Хәрби дан музейы хеҙмәткәре Владимир Волков тәҡдим итте.
“Героик ҡырҡынсы” башта Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған экспозиция булараҡ уйланылған булһа, һуңынан уны МХО форматына тиклем киңәйтәләр. Күргәҙмәнең маҡсаты — Бөйөк Ватан һуғышы менән махсус хәрби операция барышы тураһында һөйләү, уларҙа уртаҡлыҡ табыу. Икенсе экспозиция “Рәсәй армияһы Беренсе бөтә донъя һуғышынан алып махсус хәрби операцияға тиклем” тип атала. Был — беҙҙең армияның тарихы, күргәҙмә Беренсе бөтә донъя һуғышынан, 1914 йылдан башлап, махсус хәрби операцияға тиклем уның нисек үҙгәргәнен күрһәтә. Уҡыусылар форма, ҡорал, граната, амуниция, каска һәм бронежилеттарҙы күрҙе, тотоп ҡараны. Күргәҙмә, беренсенән, ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығын күрһәтһә, икенсенән, Германия еңһә, нимә булырға мөмкин икәнлеген аңлата, сөнки йәш быуын хәтерендә был тарихи факттар онотола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет халҡының геноциды темаһы хәҙер яңынан күтәрелә, ләкин күптәр был хаҡта белмәй һәм беҙҙең бурыс — геноцид һәм совет халҡының батырлығы тураһында һөйләү. Ә ошо экспозиция беҙҙең армияның тарихи тамырҙарын күрһәтә, 20-се быуат башынан алып беҙҙең көндәргә тиклем еңеү яулаған армия тураһында балаларға мәғлүмәт еткерә.
Музей күргәҙмәһенең экспозициялары уҡыусыларға бик оҡшаны.
Лира Юрасова.