Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль , 09:00

Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем

Абыҙ ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында әүҙем ҡатнаша. Уның сиктәрендә бай йөкмәткеле саралар үткәрелә.

Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем

Ауыл клубында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналып “Ғорур беҙҙең башҡорт теле” тип аталған фәһемле сара үтте. Уның беренсе өлөшөндә туған тел тарихы, урындағы башҡорт йолалары һәм традициялары менән таныштылар. Икенсе өлөшө башҡорт халыҡ уйындарына арналды. Ҡатнашыусылар ҙур теләк менән ата-әсәләренең бала саҡта уйнаған, инде онотолоп барған уйындарын уйнаны. Бигерәк тә “Кем һуҡты”, “Беҙ-беҙ инек” уйындары оҡшаны.
Әүҙем һәм татыу ауыл халҡы февраль көндәренең береһендә күңелле итеп тауҙан санала шыуыуҙы ойошторҙо.
Ҡышҡы йылы көн, яҡшы кәйеф барыһына ла ял итергә мөмкинлек бирҙе. Ололар ҙа, балалар ҙа рәхәтләнеп тауҙан шыуҙы, уйнаны, күңел асты. Барыһы ла уйындан ҡәнәғәт ҡалды, бай тәьҫораттар алды, һаулығын нығытты, — тип һөйләй клуб методисы Фәүзиә Әдиәтуллина.
Абыҙ ауылы күп балалы һәм татыу ғаиләләре менән данлы. Һигеҙ бала тәрбиәләүсе Элиза һәм Руслан Ғәләүетдиновтар шундайҙарҙан. Был пар Абыҙ клубында үткән сараға саҡырылды. Улар бала тәрбиәләү һәм ғаилә бәхете серҙәре менән уртаҡлашты, ғаилә тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә алды, викториналарҙа һәм конкурс биремдәрендә белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте.
Абыҙ ауылында социаль өлкәгә лә ҙур иғтибар бирелә. Бирелә Ғаилә консультацияларының берҙәм көнө лә бик һөҙөмтәле үтте. Составында табиптар, опека органы хеҙмәткәрҙәре, “Ғаилә” хеҙмәте, Күп функциялы үҙәк белгестәре, юристар һәм башҡаларҙан торған команда 50-нән ашыу кешегә консультация үткәрҙе. Халыҡ әйтеүенсә, был улар өсөн бик уңайлы булған, сөнки төрлө һорауҙар менән бер юлы төрлө белгестәрҙән кәңәштәр алыу мөмкинлеге тейгән.
Ғаилә консультациялары ваҡытында белгестәргә ауыр хәлгә осраған ғаиләләргә социаль ярҙам, оло кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу, өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, опека һәм попечителлек өлкәһендә закондар һәм башҡалар тураһында һорауҙар бирелде.

Лилиә Бәҙретдинова.

Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Абыҙҙар һәр яҡлап әүҙем
Автор:
Читайте нас